Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль 2021, 12:55

Рухлы булып үҫһен һәр бала

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Раевка ауылының Баланы үҫтереү үҙәге – 6-сы балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың күңел хазинаһын – моңло йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетен тойоп үҫә.

Эйе, туған телде юҡҡа ғына әсәм теле тимәйҙәр. Үҙ халҡының тарихы, йыр-моңдары күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, туған теленең байлығына эйә булып, уның нескәлектәрен аңлаған, үҙенең бөтә булмышын халҡына арнаған кеше генә тәрбиәле һәм белемле шәхес булалыр ул. Ә туған телгә һөйөү тәү сиратта ғаиләлә башлана, шуға ла ата-әсәләр үҙ иңдәрендә ниндәй ҙур яуаплылыҡ ятҡанын яҡшы аңлаһын ине.

Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телен белеп тә, балалар баҡсаһына, мәктәпкә килгәс, әсә телен онотҡандар аҙ түгел, шуға ла ошо сылбырҙың өҙөлмәүе бик мөһим. Был йәһәттән Раевка ауылының Баланы үҫтереү үҙәге – 6-сы балалар баҡсаһында маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. 2000 йылдың октябрендә асылған башҡорт төркөмөнә йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың күңел хазинаһын – моңло йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетен тойоп үҫә. Балалар баҡсаһы мөдире И. Н. Ерышева әйтеүенсә, был төркөмгә төрлө йәштәге балалар йөрөй, улар ата-әсәләрҙең ризалығы менән ғариза нигеҙендә ҡабул ителә. Әйтергә кәрәк, “Ынйылар” төркөмөнә килеүселәр һанының йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра.

Шуныһы ла мөһим, артабан был балалар М. Буранғолов исемендәге лицейҙа башҡорт телендә белем алыуҙарын дауам итә. Ирина Николаевна билдәләүенсә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың әҙерлек кимәле юғары дәрәжәлә, был инде үҙ сиратында тәрбиәселәрҙең һәм ата-әсәләрҙең үҙ-ара аңлашып, уртаҡ маҡсаттар менән эшләү һөҙөмтәһе.
Уҡытыу федераль һәм төбәк программаларына ярашлы, башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыла. Тәрбиәселәр Зөлфиә Иршат ҡыҙы Хәкимова, Рәсимә Насибулла ҡыҙы Фазылова һәм уларҙың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы Гөлнәзирә Зөфәр ҡыҙы Сөләймәнова бында ошо төркөм асылғандан бирле арымай-талмай хеҙмәт һала. Өсөһө лә ҙур тәжрибәгә эйә, ижади ҡарашлы, һәр эште күңел биреп башҡарған, ысын һөнәрмәндәр.

- Бөгөн беҙҙең төркөмгә өс йәштән алты йәшкә тиклемге 17 бала йөрөй. Һәм әйтергә кәрәк, улар араһында башҡорттар ғына түгел, татарҙар, рустар ҙа бар, сөнки хәҙер ата-әсәләр республикала дәүләт теле булған башҡорт телен өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бирә, - ти Зөлфиә Иршат ҡыҙы. – Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн төрлө алымдар ҡулланырға тырышабыҙ. Бының өсөн башҡорт халҡының йолалары, ижады, мәҙәниәте өлгөләрен ҡулланыу отошло. Беҙҙең үҙ тирмәбеҙ, мини музейыбыҙ бар, унда халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре, сигеүле таҫтамалдар, бишек, аҫалы балаҫтар, милли кейемдәге ҡурсаҡтар үҙ урынын алған.

Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә бай күргәҙмә материал да туплағанбыҙ, дидактик уйындар, Башҡортостан картаһы һәм символикаһы, тыуған төбәгебеҙҙең иҫтәлекле, матур урындары һүрәтләнгән открыткалар, аудио- һәм видеоматериалдар бихисап. Төрлө сараларға әҙерләнгәндә, үҙебеҙ сценарийҙар яҙабыҙ, тематик күргәҙмәләр әҙерләйбеҙ, бергәләп йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ. Милли кейемдәребеҙ ҙә бар, байрамдарҙа, театрлаштырылған тамашаларҙа малайҙар һәм ҡыҙҙар ошо костюмдарҙа сығыш яһай. Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Беҙҙең уйын, әңгәмә, виртуаль экскурсиялар формаһында ойошторолған дәрестәр балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә, уларҙы үҙ аллы фекерләргә өйрәтеүҙә, аң-даирәһен арттырыуҙа ҙур роль уйнай.

Эйе, тәрбиәсе эше көндәлек ентекле хеҙмәт, тырышлыҡ талап итә. Утыҙ йыл ғүмерен ошо һөнәргә арнаған Зөлфиә Хәкимова тәрбиәләнеүселәре өсөн әсәйҙәре кеүек иң яҡын кешеләренә әйләнгән. Күп йыллыҡ бай тәжрибәһен ул йәштәр менән дә бик теләп уртаҡлаша, йыш ҡына район балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн асыҡ дәрестәр ҙә үткәрә. “Ынйылар” төркөмөнә йөрөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар район, республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, төрлө бәйгеләрҙә, бөтә Рәсәй онлайн конкурстарында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар ҙа яулайҙар.

Баланы үҫтереү үҙәге - 6-сы балалар баҡсаһында бәләкәстәр үҙ телен белеп, рухлы үҫһен өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған, ә беҙ милләт ҡотон һаҡлаған, балаларҙы башҡа халыҡтарға ла ихтирам менән ҡарарға өйрәткән, уларҙы киң донъяға алып сыҡҡан ошо татыу коллективҡа киләсәктә лә уңыштар ғына теләйбеҙ.

Читайте нас: