Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2021, 18:15

Тәүге ҡарлуғастар бар

Яңы проект М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла уңышлы старт алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән яңы белем биреү проекты эшләй башланы, уның төп бурысы - өлкән синыф уҡыусыларын оло тормошҡа әҙерләү. Ойоштороусылар мәктәпте тамамлаусыларҙың заманса йәмғиәттә белем менән бергә уларҙың конкуренцияға һәләтлелеген дә арттырыу өсөн төрлө йүнәлештәге программалар комплексын эшләгән, атап әйткәндә, сит һәм туған телдәрҙе белеү, машина йөрөтөү, спорт менән шөғөлләнеү, шахмат уйнау һәм хатта бейергә өйрәнеү.

Яңы проект М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла уңышлы старт алды. Уҙған уҡыу йылы аҙағында «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә мәктәптә заманса йыһазландырылған стоматология кабинеты асылды. Бөгөн балалар бында профилактик тикшереү уҙа, табип-стоматолог консультацияһы ала, тештәрен дауалай.

Ағымдағы уҡыу йылының сентябрендә тағын “Спорт менән дуҫ бул!” һәм “Руль артына ултыр” тип аталған ике модуль эшләй башланы. Тәүге йүнәлештә спорт көрәше буйынса заманса йыһазландырылған зал асһалар, икенсеһен ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә буласаҡ сығарылыш синыф уҡыусылары ДОСААФ ойошмаһының урындағы мәктәбе курсанттары ла булды. Белем биреү учреждениелары араһындағы килешеү ярҙамында уҡыусыларҙың ата-әсәләренә бындай уҡытыу күпкә осһоҙораҡҡа төштө. Дәрестәр аҙнаға ике тапҡыр үткәрелде, балаларҙы уҡытыу урынына тиклем илтеп ҡуйыу ойошторолдо.

Ошо көндәрҙә башҡорт лицейында тантаналы ваҡиға булды – “В” категориялы транспорт саралары шоферы курстарын уңышлы тамамлау тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. “Ҡанатлан!” проектының “Рулгә ултыр“ модуленең тәүге ҡарлуғастары – ун туғыҙ өлкән синыф уҡыусыһы был документты алды.

- Беҙҙең мәктәптә “Интерактив башҡорт теле” модуле лә уңышлы бойомға ашырыла, уның буйынса дәрестәр үткәреү өсөн “Һанлы белем биреү мөхите” проекты сиктәрендә алынған йыһаздар һәм инглиз теле буйынса “Дөрөҫ һөйләш” тип аталған курс программаһы ҡулланыла. Быйылдан башлап “Халыҡ алдында сығыш яһа” йүнәлеше эшләй башланы, унда балалар риторика нигеҙҙәренә - үҙ фекерҙәрен матур һәм ышаныслы итеп әйтә белергә, сығыш яһарға өйрәнә.

Хәҙер заманы шундай, гел алға барырға, яңы белемгә ынтылырға кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров, программаның төп маҡсаты тураһында һөйләгәндә, “бөгөн йәмғиәт өҫтөнлөклө компетентлыҡҡа эйә һәм уларҙы заманча йәмғиәттә ҡуллана белгән сығарылыш синыф уҡыусыларына мохтаж», - тине. Һәм беҙҙең бурыс – “Ҡанатлан!” белем биреү проекты ярҙамында тап бына шундай сығарылыш синыф уҡыусыларын әҙерләү, - ти М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы директоры Римма Дәүләткирәева.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы.

Читайте нас: