Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль 2021, 17:25

Олимпиадаларҙа призер булдылар

Әлшәй уҡыусылары республика фән олимпиадаларында уңышлы сығыш яһауын дауам итә.

Раевка гимназияһының туғыҙынсы синыф уҡыусылары Екатерина Родина һәм Зарина Шаһапова (етәксеһе И. Г. Юнысова) хоҡуҡ фәне буйынса мәктәп уҡыусыларының бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призерҙары булды. Раевка 4-се урта мәктәбенең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Артур Зәкиев (Р. Ю. Третьякова) һәм М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының унынсы синыф уҡыусыһы Алһыу Хәжиәхмәтова (Л. С. Шириязданова) мәктәп уҡыусыларының биология буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призлы урындар яуланы.

Уҡыусыларыбыҙ татар теле буйынса республика олимпиадаһында ла уңышлы сығыш яһаны. Һигеҙенсе синыф уҡыусылары - Ғәйнәямаҡ мәктәбенән Лиана Солтанова (Р. Н. Зәкиева) һәм Әбдрәшит мәктәбенән Азалия Ғәлимшина (Р. А. Ғәлиева), Ниғмәтулла мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Алия Дәүләтшина (Г. М. Кәбирова) һәм Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов исемендәге Түбән Әүрез мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Айгизә Ибраһимова (М. З. Мусина) призер булды.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: