Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2021, 12:59

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар биреү 1 февралдә тамамлана

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министрлығы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ғаризалар биреү ваҡыты тамамланыуға яҡынлашыуы тураһында иҫкәртә

Ғаризалар уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм 11-се синыф уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) йәки уполномоченныйҙар тарафынан паспорт һәм ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә бирелә. Ҡатнашыусы ниндәй фәндәрҙән имтихан тапшырырға теләй, шуларҙың барыһын да һанап китергә тейеш (фәндәр һаны сикләнмәгән).

Быйыл мәктәпте тамамлаусы 11-се класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризаны уҡыған урыны буйынса яҙа, уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусыларына мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғариза яҙыу өсөн улар белем тураһындағы документтарының төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәләрен тапшырырға тейеш.

Мөмкинлектәре сикләнгән элекке һәм быйылғы сығарылыш уҡыусылары ғариза яҙғанда психологик-медицина-педагогик комиссия тәҡдимдәре күсермәһен, ә инвалид булған ҡатнашыусылар – белешмәнең төп нөсхәһен йәки раҫланған күсермәһен алып килә.

1 февралдән һуң БДИ-ла ҡатнашыу өсөн ғаризалар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса документтар менән раҫланған билдәле сәбәптәр булған осраҡта ғына, имтихандар башланыуға ике аҙнанан да һуңламай ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр мәғариф бүлегендә.

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән 3-11-84, 3-01-72 (мәғариф бүлеге) телефондары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: