Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2020, 17:00

Уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн

Аксен колледжы студенты Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.

Ким ауылынан агросәнәғәт колледжының дүртенсе курсы студенты Илнур Хәбиров ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса технолог буласаҡ. Яҡшы уҡыуҙан тыш, егет уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда һәм фәнни эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша. Уның ҡаҙаныштар һандығында - республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа, күргәҙмәләрҙә яуланған бүләктәр. Бынан тыш, Илнур - «Агрономия» компетенцияһы буйынса WorldSkills Russia төбәк чемпионаты призеры ла.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: