Әлшәй хәбәрҙәре
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2020, 14:00

Әлшәй уҡыусылары –республика Башлығы стипендиаттары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020-2021 уҡыу йылында айырыуса һәләтле уҡыусыларға стипендиялар биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Шуныһы ҡыуаныслы, йөҙ стипендиат иҫәбенә Әлшәйҙең ике уҡыусыһы ла ингән, улар– Шафран мәктәбенән. Улар – 9-сы синыф уҡыусыһы Мария Кутьенкова һәм 10-сы синыф уҡыусыһы Илья Мәсәлимов. Дөрөҫ, Илья туғыҙынсы синыфтан һуң хәҙер М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында белем ала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020-2021 уҡыу йылында айырыуса һәләтле уҡыусыларға стипендиялар биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Ай һайын стипендия алыусылар араһында бөтә республиканың урта махсус музыка колледжы, балалар музыка һәм художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, лицейҙар, гимназиялар, мәктәп уҡыусылары бар.

Шуныһы ҡыуаныслы, йөҙ стипендиат иҫәбенә Әлшәйҙең ике уҡыусыһы ла ингән, улар– Шафран мәктәбенән. Улар – 9-сы синыф уҡыусыһы Мария Кутьенкова һәм 10-сы синыф уҡыусыһы Илья Мәсәлимов. Дөрөҫ, Илья туғыҙынсы синыфтан һуң хәҙер М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында белем ала.

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштар һандығында - яҡшы уҡыу, математика һәм информатика буйынса төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүҙәр. Ә Илья Мәсәлимов былтыр педагогы Александр Евгеньевич Кутьенков менән республика Башлығы премияһына ла лайыҡ булды.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: