Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Ноябрь 2020, 14:00

Гимназиясылар - Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең иң яҡшы командаһы

«Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте» балалар-үҫмерҙәр ойошмаһының тыуған көнө алдынан Раевка гимназияһы командаһы «Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте командаһы» конкурсында еңеүсе булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте” ил Президенты Владимир Путин Указы менән 2015 йылда булдырылды. Ижтимағи-дәүләт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы эшмәкәрлеге, уның бүлексәләре илдең барлыҡ төбәктәрендә лә булдырылған һәм эшләп килә.

Мәктәп уҡыусылары хәрәкәте Раевка гимназияһында ла әүҙем үҫешә. Бында традицияға әйләнгән күп кенә саралар Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте ҡанаты аҫтында уҙа. Улар - спорт ярыштары, төрлө акциялар, конкурстар, эстафеталар, волонтерлыҡ эштәре. Йәш активистар һәр ваҡыт экологик өмәләрҙә ҡатнаша, макулатура йыйыу, «йәшел» акциялар һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге акциялары, ветерандарға һәм өлкәндәргә ярҙам итеү һәм башҡа бик күп эштәр уртаһында ҡайнай. Гимназия йәмәғәтселәренең изге эштәре тураһында гәзитебеҙ биттәрендә мәҡәләләр йыш баҫыла.

Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыусыларға «Республиканың иң яҡшы Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте командаһы» конкурсына тәҡдим итерҙәй эштәре бихисап булды. Уларҙың эшмәкәрлеген конкурстың жюри ағзалары ла юғары баһаланы һәм гимназия командаһын ауыл мәктәптәре бүлексәләре араһында еңеүсе тип тапты. Шулай уҡ өҫтәмә белем биреү учреждениелары командалары араһында призерҙар иҫәбенә Пионерҙар йортоноң урындағы бүлексәһе лә инде.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: