Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Октябрь 2020, 15:00

Афарин, Байрас!

Башҡорт лицейы уҡыусыһы «Мостай уҡыуҙары» конкурсы призеры булды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим иҫтәлегенә арналған «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы республика Мәғариф министрлығы тарафынан 2008 йылдан бирле үткәрелә. Быйылғы сара, билдәле сәбәптәргә бәйле, дистанцион форматта уҙҙы.

«Мостай уҡыуҙары»нда ҡатнашыусылар өсөн дүрт ижади ярыш номинацияһы әҙерләнгәйне. Улар – Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” тигән йырҙар конкурсы, “И цвет победы вижу я” - әҙиптең Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән инсценировкалар күрһәтеү, “Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма...” – уның шиғырҙарын Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәренә тәржемә итеү һәм "Мостай аҡылы" - мәктәп телестудиялары сюжеттары конкурстары. Уларҙа 477 уҡыусы, юғары һәм һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары һәм педагогтар ҡатнашты.

Шуныһы ҡыуаныслы, «Мостай уҡыуҙары» призерҙары иҫәбендә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Байрас Сәләмов та бар. Ул "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" номинацияһында композитор Айрат Ҡобағошовтың Мостай Кәрим шиғырына яҙылған "Уҡытыусыма" йырын башҡарҙы. Конкурсҡа ебәрелгән ике йөҙгә яҡын видеоэш араһында был номинация иң популяры булды, жюри Әлшәй уҡыусыһының сығышын да юғары баһаланы.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: