Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2020, 14:30

Афарин, Мария!

Шафран мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Ю. А. Гагарин кубогына мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабында абсолют еңеүсе булды.

Математика, физика, информатика, рус теле һәм әҙәбиәте, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, биология, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география, сит телдәр, физик культура һәм музыка буйынса Гагарин олимпиадаһы 1-8-се синыф уҡыусылары араһында үткәрелә. Белем биреү проекты йылдан-йыл популярлаша бара.
Үткән аҙнала Өфөлә - 2019-2020 уҡыу йылында Ю. А. Гагарин исемендәге кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы еңеүселәре һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында Шафран мәктәбе уҡыусыһы Мария Кутьенкова ла бар. Туғыҙынсы синыф уҡыусыһы математика буйынса - беренсе, информатиканан өсөнсө урын алып, олимпиаданың абсолют чемпиондарының береһе булды.
Еңеүселәр һәм призерҙар квадрокоптерҙар менән бүләкләнде, ә абсолют чемпиондарға кубок һәм миҙалдар менән бергә 30 метр тәрәнлектәге һыу аҫтында видеоға төшөрөү мөмкинлеге биреүсе экшн-камералар тапшырылды, тип хәбәр иттеләр район мәғариф бүлегендә.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: