Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2020, 13:00

Белем көнө менән!

Хөрмәтле педагогтар, уҡыусылар, студенттар һәм ата-әсәләр! Яңы уҡыу йылы башланыу, Белем көнө менән һеҙҙе!

Уҡытыусылар өсөн 1 сентябрь – үҙ оҫталығын бойомға ашырыу өсөн сираттағы баҫҡыс, буласаҡ сығарылыш уҡыусылары өсөн – тормош юлын һайлау һәм билдәләү этабы, беренсе синыф уҡыусылары өсөн – тәүге ҡыңғырау һәм беренсе уҡытыусы, мауыҡтырғыс белем юлының башы. Балаларҙың тырышып уҡыуҙарын, әүҙем булыуҙарын теләйем. Бер ҡасан да хыялланыуҙан һәм маҡсатығыҙға табан алға барыуҙан туҡтамағыҙ. Иң юғары бейеклектәргә үрләргә яҙһын һеҙгә!

Уҡытыусыларға, шулай уҡ белем биреүҙе ойоштороуҙа тейешле шарттар тыуҙырырға ярҙам итеүселәрҙең бөтәһенә лә һөнәри оҫталыҡтары һәм үҙ эшенә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәм. Уҡыусыларығыҙҙың ҡаҙаныштары һеҙҙең емешле хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Башҡарған эштәрегеҙ һеҙгә шатлыҡ һәм именлек килтерһен!

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙ һеҙҙе уңыштары, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, яҡшы белемдәре менән ҡыуандырып торһон!

Барығыҙға ла һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, уй-ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, именлек, алдағы көнгә ышаныс һәм уңыштар теләйем. Быйылғы уҡыу йылы ҡыҙыҡлы һәм уңышлы булһын!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.

Читайте нас: