Үткән йомала Өфөлә “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре” темаһына уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе уҙҙы.
Форумда Әлшәй районы делегацияһы ла ҡатнашты. Унда һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен индереү, дөйөм, һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү системаһының үҫеш перспективалары, белем биреү учреждениеларының пандемия шарттарында эше, бөтә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Республика етәксеһе дәүләт наградалары, шулай уҡ «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүселәренә һәм финалистарына премиялар тапшырҙы. Улар араһында Шафран ауылы мәктәбенең химия, информатика уҡытыусыһы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы финалисы Александр Кутьенков та бар.