Быға тиклем бер ҡасан да уҡытыусылар, ата-әсәләр, бигерәк тә мәктәп уҡыусылары яңы уҡыу йылы башланыуын түҙемһеҙлек менән көтмәгәндер, моғайын. Хатта тиҙерәк өйгә ҡайтыу өсөн дәрестәр тамамланырға ҡалған минуттарҙы һанаған шуҡ балалар ҙа мәжбүри карантиндан һәм дистанцион уҡыуҙан һуң, тиҙерәк мәктәпкә барырға теләй. Барыһы ла дуҫтарын, яратҡан уҡытыусыларын, уңайлы синыф бүлмәләрен һағынған. Ә мәктәптәр уҡыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерме?
Мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү буйынса ведомство-ара комиссия бына шуны асыҡланы ла инде.
- Коронавирус пандемияһы уҡыу процесына ла үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Шуға күрә комиссия, беренсе сиратта, мәктәптәрҙә COVID-19 таралыуына юл ҡуймауҙы иҫкәртеү буйынса Роспотребнадзор талаптарының күҙәтелеүен тикшерҙе. Уҡыусыларҙың янғынға, террорға ҡаршы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар бирелде, - ти район мәғариф бүлеге етәксеһе З. Ә. Чупова. – Комиссия ремонт эштәренең сифатын, уҡыу бүлмәләренең һәм спорт залдарының торошон, туҡланыуҙы ойоштороу ҡағиҙәләренең күҙәтелеүен, территорияларҙы төҙөкләндереүҙе баһаланы. Балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ла тикшереү үтте.
Һөҙөмтәлә райондың барлыҡ белем биреү ойошмалары ла уҡыу йылы башланыуға әҙер, тип табылды.