Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2020, 15:00

Белем сифаты – һәр кимәлдә

Белем сифаты уҡытыусыларҙың квалификацияһына ла, методика эшенең сифатына ла, мәктәптең үҙендә белем биреү эшенең сифатына ла туранан-тура бәйле.

Уларҙың һәр береһе уҡыу процесында мөһим әһәмиәткә эйә.

Әлшәй районында 22 дөйөм белем биреү ойошмаһы эшләй, уларҙа 4505 кеше белем ала, шулай уҡ 12 филиал, 7 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары ҡарамағындағы 10 филиал, 2134 бала уҡыған мәктәптәр ҡарамағындағы 9 мәктәпкәсә дөйөм белем биреү төркөмө бар.

Өҫтәмә белем биреү буйынса хеҙмәттәрҙе Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе күрһәтә. Өҫтәмә белем биреү системаһына 3881 кеше йәлеп ителгән.

Белем биреү учреждениеларында “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекттары тормошҡа ашырыла. “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалы ғаиләләргә ярҙам”, “Һанлы белем бирең мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”.

Раевка ауылының 2-се һәм 4-се мәктәптәрендә “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Именлек һәм йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” фәндәре өлкәләре буйынса “Үҫеш нөктәләре” Һанлы һәм гуманитар профилдәрҙәге үҙәктәр асылды.

2020 йылдың 1 сентябренән гимназияла “Үҫеш нөктәләре” Һанлы һәм гуманитар профилдәр үҙәге асыла.

“Һанлы белем биреү мөхите” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 2019 йылда М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделе индерелде.

Аксен урта мәктәбендә һанлы белем биреү мөхитенең маҡсатлы моделен индереү күҙаллана.

“Һәр баланың уңышы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, балаларға өҫтәмә белем биреү новигаторы индерелде.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль терәк үҙәге булдырылды.

Раевка ауылының 2-се, 4-се урта мәктәптәрендә, Ғәйнәямаҡ дөйөм белем биреү мәктәбендә инновацион майҙансыҡтар асылды.

2019-2020 уҡыу йылында 9 синыфты тамамлаған 419 уҡыусы төп дөйөм белем тураһында аттестат алды, шуларҙың 45-е – яҡшы билдәләргә, 137 уҡыусы урта дөйөм белем тураһында аттестат алды, шуларҙың 36-һына “Уҡыуҙағы айырыуса уңыштары өсөн” миҙалы тапшырылды.

Барлыҡ фәндәр буйынса һөҙөмтәләр республика күрһәткестәренән юғарыраҡ.

61 сығарылыш уҡыусыһы (50 процент) БДИ-ны юғары балдарға тапшырҙы – 81-99 (шуларҙың 50-һе – рус теле, 11-е – математика (профилле дәрәжә), 18-е – химия, 5-һе – биология, физика, 3-һө – йәмғиәтте өйрәнеү фәне, тарих, инглиз теле, 2-һе – информатика буйынса).

2-се мәктәпте һәм башҡорт лицейын тамамлаған ике уҡыусы дүрт имтихан буйынса юғары балл алды.

2019-2020 уҡыу йылында райондың 1716 уҡыусыһы халыҡ-ара, бөтә Рәсәй (төбәк-ара) һәм республика кимәлендә интеллектуаль йүнәлештәге олимпиада сараларында ҡатнашты.

38 уҡыусы еңеүсе һәм призер булды, шул иҫәптән 16-һы – бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында, төбәк олимпиадаһында бер уҡыусы еңде, бишәүһе призер булды, юғары уҡыу йорттары ара төбәк олимпиадаһында ике кеше еңде һәм бишәүһе призер булды, бөтә Рәсәй дәрәжәһендәге юғары уҡыу йорттары араһындағы олимпиадала өс уҡыусы еңде һәм алтыһы призер булды.

Өс уҡыусыға һәм уларҙың педагогтарына олимпиадалар йомғаҡтары буйынса республика Башлығы премиялары бирелде. Ике уҡыусы Башҡортостан Башлығы стипендиаты булды.

Балаларҙың һәм йәштәрҙең талантын үҫтереү һәм иртә һөнәри йүнәлешен асыҡлау буйынса системалы эш алып барыу сиктәрендә район мәғариф учреждениеларының 4-10-сы синыфтарында белем алған 361 уҡыусы математика, информатика, физика, химия, биология һәм астрономия буйынса “Сириус” белем биреү үҙәге программалары платформаларында теркәлде, унда улар онлайн режимда мәктәп уҡыусыларының бөтә Рәсәй олимпиадаһының саҡырыу буйынса мәктәп этабында ҡатнашты. Белем биреү платформаларында ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса 21 уҡыусы призлы урындар яуланы.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан мәғариф учреждениеларында түбәндәге проекттар тормошҡа ашырылды:

-“Үлемһеҙ полк – Хәтер һәм батырлыҡ дәресе” синыф сәғәттәре” республика белем биреү – патриотик проекты;

-“Беҙ хәтерләйбеҙ, беҙ ғорурланабыҙ!” муниципаль патриотик проекты.

Мәктәптәрҙең эҙләнеү отрядтары Әлшәй районының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында фотоһүрәттәр һәм мәғлүмәттәр йыйыу, уларҙы “Хәтер юлы” һәм polk02.ru. сайттарында “ЭЛАР-Архив” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында урынлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләрҙең 2916 фотоһүрәте йыйылды һәм системаға индерелде.

“Был көндәрҙең даны һүнмәҫ” видеороликтар конкурсы, “Балалар менән Еңеүҙе төшөрәбеҙ” рәсемдәр конкурсы, “75 "бишле" – был минең Еңеүем” конкурсы, туған телдә Хәтер һәм дан йылына бағышланған шиғыр һөйләүселәр конкурсы, онлайн форматта “Үлемһеҙ полк акцияһы”, Еңеү көне хөрмәтенә 75 йыр марафоны, дистанцион уҡыу ваҡытында 75 "бишле" алған иң яҡшы уҡыусы конкурсы, “Георгий таҫмаһы” акцияһы һәм башҡа төрлө саралар үткәрелде. Был сараларҙа балаларҙың 100 проценты ҡатнашты.

Райондың бөтә мәктәптәрендә музейҙар, музей мөйөштәре булдырылды. Мәктәп музейҙары һаны – 22, шуларҙың ун өсөнөң “Мәктәп музейы” таныҡлығы бар.

Уҡыусыларҙың дөйөм һанының 100 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә.

2019-2020 уҡыу йылын дистанцион формала тамамланыҡ. Уҡытыу йомғаҡтары буйынса 19108 онлайн-дәрес, электрон кейстар ҡулланып, 44623 дәрес үткәрелгән. Онлайн-дәрестәрҙә 3899 уҡыусы ҡатнашҡан, был 86,61 процент тәшкил итә.

Күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусыларға ярҙам итеү маҡсатынан 147 беренсе синыф уҡыусыһы мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителде, 477 уҡыусы һатып алынған мәктәп формаһы өсөн компенсация алды, йәки кейем комплектын алмаштырҙы. Инвалид балалар категорияһынан һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙан 265 уҡыусы, шулай уҡ күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 771 уҡыусы бушлай туҡланыу менән тәьмин ителде.

14 база мәктәбендә уҡыусыларҙы 22 мәктәп автобусы уҡырға йөрөттө. 51 ауылдан 475 уҡыусы (район уҡыусыларының дөйөм һанының 10,5 проценты) автобуста уҡырға йөрөнө.

Белем биреү өлкәһендә 1104 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 470 уҡытыусы эшләй.

Бөгөн белем биреү учреждениелары барыһы ла бик матур һәм төҙөк хәлдә – был педагогик коллективтар эше һөҙөмтәһе. Йәйге каникул ваҡытында учреждениеларҙың көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүе өсөн ремонт саралары үткәрелде.

Барлыҡ мәғариф учреждениелары ла балаларҙы ҡабул итеүгә әҙер.

Беҙ яңы 2020-2021 уҡыу йылы башланыуы алдында торабыҙ.

Алдыбыҙға яңы бурыстар ҡуйылды:

  1. Уҡыу йылын яңы коронавирус инфекцияһы таралыуы шарттарындағы Роспотребнадзор талаптарына ярашлы башларға.
  2. 2020 йылдың 1 сентябренән урта дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттары буйынса эш башлана, уға ярашлы, уҡыу планына юғары мәктәптең “Индивидуаль уҡыу проекты” индерелергә тейеш.
  3. Башланғыс мәктәптә бушлай ҡайнар туҡланыу индерергә.
  4. Сентябрҙә 5-8 синыфтар өсөн бөтә Рәсәй тикшереү эштәре үткәреләсәк, 9 синыфтар һынап ҡарау (апробация) режимында яҙасаҡ.
  5. Тәрбиә эшмәкәрлегенең яңы формаларын тормошҡа ашырыу башланасаҡ.
  6. Барлыҡ был яңылыҡтар һәр кимәлдә белем биреү сифатын күтәреүҙә булышлыҡ итергә тейеш.

    Мәғариф бүлеге етәксеһе З. Ә. ЧУПОВА.

    Читайте нас: