Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Август 2020, 12:00

Афарин, Дарьялар!

Раевка 4-се мәктәбенән Дарья Рыбченко артынан, ул рус теле буйынса БДИ-ла иң юғары балл йыйҙы, Шафран мәктәбе сығарылыш уҡыусыһы Дарья Миронова ла йөҙ балл алды.

Дарья химия буйынса (уҡытыусыһы Александр Евгеньевич Кутьенков) БДИ-ла иң юғары һөҙөмтәгә эйә булды. Өс уҡыусыға юғары балға ни бары бер генә аҙым етмәне: химия буйынса БДИ-ла М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Эдуард Ғилманшин, 4-се мәктәптән Булат Гәрәев һәм 2-се мәктәптән Беник Фарманян 99 балл йыйҙы. Егеттәр медицина юғары уҡыу йортона уҡырға инергә йыйына, ә Дарья химик технологиялар өлкәһендә белгес булырға хыяллана.

-Быйыл беҙҙең сығарылыш синыфы уҡыусылары 11 дөйөм белем биреү фәне буйынса имтихан тапшырҙы. 2020 йылғы БДИ һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәттәр уҙған йыл менән сағыштырғанда һөҙөмтәләрҙең артыуы тураһында һөйләй. Районда барлыҡ фәндәр буйынса уртаса балл республиканыҡынан юғарыраҡ, - тип бидәләне мәғариф бүлеге баш инспекторы, БДИ-ның муниципаль координаторы Рәсимә Һәүбәнова.

Читайте нас: