Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июль 2020, 18:00

Имтихандар артта ҡалды

Имтиханды рус теленән йөҙ балға тапшырыусы ла бар. Ул - Раевка 4-се урта мәктәбенән Әлфиә Рифҡәт ҡыҙы Кулешованың уҡыусыһы Дарья Рыбченко

Сығарылыш уҡыусылары өсөн иң яуаплы, тулҡынландырғыс һәм көсөргәнешле миҙгел – Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу тамамланды.

Мәғариф бүлегенең баш инспекторы, БДИ-ның муниципаль координаторы Рәсимә Һәүбанова әйтеүенсә, районда имтихандар Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреү урыны булған М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында штат режимында уҙған. Аудиторияларға - 28 педагог-ойоштороусы, 11– аудиториянан тыш, биш техник белгес йәлеп ителгән. Шулай ук медицина хеҙмәткәрҙәре, элемтә узелы, полиция хеҙмәткәрҙәре дежурҙа торған.

-Берҙәм дәүләт имтиханы барлыҡ санитария-эпидемиология талаптарын күҙәтеп үткәрелде. Эҫе һауа шарттарын иҫәпкә алып, ҡатнашыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыштыҡ. Был эштә ата-әсәләр ҙә ярҙам итте – Раевка 2-се мәктәбенән Сәхәповтар һәм лицейҙан Йәмғуровтар имтиханға үҙҙәренең кондиционерҙарын алып килде, - тине Рәсимә Радик ҡыҙы.

Быйыл имтихандарҙы юғары уҡыу йортона инергә ҡарар иткән ун беренсе синыф уҡыусылары ун дөйөм белем биреү фәне буйынса тапшырҙы. Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү төбәк үҙәгенән информатика, әҙәбиәт, рус теле һәм профилле дәрәжәләге математика буйынса һөҙөмтәләр алынды. Барлыҡ был фәндәр буйынса уртаса тест балы былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. Информатика буйынса 17 ҡатнашыусының икеһе эштәре өсөн 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған. Профилле дәрәжәләге математика буйынса 69 кешенең 11-е – 81 һәм унан юғары балл, бишәүһе 80 балл йыйған.

Рус теле буйынса имтихан, ҡатнашыусылар һаны иң күп булған һынау булараҡ, уны үткәреү пункттарында тапшырыусылар һанын ҡыҫҡартыу маҡсатында, ике көн дауамында үткәрелде. Рус теле буйынса имтихан тапшырыусы 122 уҡыусының 60-ы юғары балл алды, уларҙың өсәүһе – 98, 46-ы – 81 һәм унан юғарыраҡ, унауһы 80 балл йыйҙы. Имтиханды йөҙ балға тапшырыусы ла бар. Ул - Раевка 4-се урта мәктәбенән Әлфиә Рифҡәт ҡыҙы Кулешованың уҡыусыһы Дарья Рыбченко.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм уҡытыусылар эшсәнлеген дәртләндереү маҡсатында республика Башлығы Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтары буйынса 100 балл алған сығарылыш уҡыусыларын имтихандарға әҙерләгән дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына премиялар түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 50 мең һум аҡса быйылдан түләнә башлаясаҡ. Премияны 100 балл йыйған баланы әҙерләгән һәр уҡытыусы алачак.

Тарих, физика, йәмғиәтте өйрәнеү фәне, химия, биология, сит телдәр буйынса имтихан һөҙөмтәләре Рособрнадзор раҫлаған графикка ярашлы билдәле буласаҡ.

2020 йылғы БДИ-ның төп осорондағы имтихан материалдарын эшкәртеү графигы, шулай уҡ апелляциялар биреү даталары Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.

Читайте нас: