Әлшәй хәбәрҙәре
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Июль 2020, 14:00

Уҡыусылар өсөн Башҡортостан символикаһы менән мәктәп формаһы

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса яңы уҡыу йылынан республика Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән берҙәм өлгөлө мәктәп формаһы индерелгән пилотлы муниципалитеттар исемлегенә Әлшәй районы ла инде.

Еңел сәнәғәт ассоцияцияһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты булдырған коллекцияның үҙенсәлеге булып Башҡортостан республикаһы символикаһы төшөрөлгән берҙәм өлгө билдәһен ҡулланыу тора.

Уҙған аҙнала ассоциация вәкилдәре район етәкселеге менән осрашып, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе мәктәп формаһы коллекцияһы менән таныштырҙы.

Республика символикаһы төшөрөлгән берҙәм мәктәп формаһы буласаҡ муниципалитеттар араһында шулай уҡ Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондары ла бар.

Читайте нас в