- М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында урынлашҡан берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу пункты Роспотребнадзор талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Аудиторияла 9-ҙан артыҡ кеше булырға тейеш түгел, - ти район мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Чупова. – Температураны үлсәү, санитар эшкәртеү һәм социаль дистанцияны күҙәтеү мотлаҡ. Уҡыусылар бер тапҡыр ҡуллана торған битлектәр менән имтихан дауамында тәьмин ителә, ике сәғәт һайын битлектәр алмаштырыласаҡ.
Һәр имтихан алдынын дезинфекция саралары ҡулланып синыф бүлмәләре йыуыласаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы үткәреү пункты һауаны таҙартыусы рециркулятор менән йыһазландырылған, дезинфекциялау саралары менән тәьмин ителгән. Ойоштороусылар һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре мотлаҡ бирсәткә һәм битлек кейәсәк, - тип өҫтәне Зилә Әхмәт ҡыҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона барырға теләүсе уҡыусылар ғына тапшырасаҡ.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.