Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июнь 2020, 11:15

“Мәғариф сәғәте” үтте

Башҡортостан Башлығы онлайн тәртиптә сираттағы “Мәғариф сәғәте”н үткәрҙе. Унда балалар ялы, берҙәм мәктәп формаһы индереү, мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров үҙенең сығышында 1 июлдән – шифахана йүнәлешендәге балалар лагерҙары, ә 3 июлдән ҡала ситендәге һәм мәктәп яны лагерҙары эшләй башлаясағы тураһында хәбәр итте. Һәр учреждениеға ҡарата, "Роспотребнадзор" менән килешеп, айырым ҡарар сығарыласаҡ. Барлыҡ педагогтар ҙа коронавирусҡа тест үтәсәк, ә балаларға тейешле белешмә алырға кәрәк буласаҡ. Радий Хәбиров лагерҙарҙағы санитар-эпидемиологик талаптарҙы һаҡлау йәһәтенән даими тикшереүҙәр үткәреп торорға ҡушты.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин республика уҡыусылары өсөн берҙәм мәктәп формаһы индереү мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Күп кенә мәктәптәр әле үк берҙәм форма кейеүҙе ғәмәлгә индергән. Республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары ассоциацияһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты мәктәп формалары коллекцияһы булдырған. Улар балаларҙың теләктәрен, техник талаптарҙы иҫәпкә алған. Был коллекциялағы тулы комплекттың хаҡы дүрт мең һумдан артмай. Был хаҡта ассоциация рәйесе Зөлфирә Ғәзизова ла һөйләп үтте. “Райондарға йөрөп, әлеге форма өлгөләре менән таныштырабыҙ, тик ыңғай фекерҙәр ишетәбеҙ”, - тине ул.

"Идея бик яҡшы, хуплайым. Әммә мәсьәләне тотҡан урындан һындырырға ярамай. Ата-әсәләргә бер ниндәй ҙә баҫым булырға тейеш түгел", - тине Радий Хәбиров һәм быны тәжрибә рәүешендә 2024 йылға тиклем һынап ҡарарға тәҡдим итте.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минәзев мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән таныштырҙы. Әлеге көндә был эште 396 мәктәп һәм 552 балалар баҡсаһы биләмәһендә башҡарыу талап ителә. Дөйөм сығымдар күләме 2,8 миллиард һум тип баһалана, әммә ҡатмарлы эпидемиологик хәл сәбәпле программаны финанслауҙы сикләргә мәжбүр булғандар. Шуға күрә министр урынбаҫары әлеге программаны 2005 йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеген ҡарауҙы тәҡдим итте.

Радий Хәбиров мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарын яңы уҡыу йылына тиклем әҙерләп бөтөүгә иғтибар йүнәлтергә ҡушты. “1 сентябрҙә беҙҙең балалар уҡыу йылын мәктәптә башлар тип ышанам. Ошо мәлгә бөтә стоматология кабинеттары ла эшләп торорға тейеш. Шулай уҡ уларҙы тейешле ҡорамалдар, ә иң мөһиме - белгестәр менән тәьмин итеү зарур”, - тине республика Башлығы.

Фото: glavarb.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: