Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июнь 2020, 20:00

Сығарылыш синыф уҡыусылары аттестат алды

Быйыл районда аттестатты 409 - туғыҙынсы һәм 137 ун беренсе синыф уҡыусыһы алды.

Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар мәктәп тамамлаусылар өсөн дә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Аттестат тапшырыу тантанаһы ла хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп, артыҡ шау-шыуһыҙ уҙҙы.

Быйыл аттестатты 409 - туғыҙынсы һәм 137 ун беренсе синыф уҡыусыһы алды. Билдәле сәбәптәр буйынса уларға документтар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырмай ғына бирелде Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә 45 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамлаһа, 36 ун беренсе синыф уҡыусыһы “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Почет грамоталары, мәктәптең йәмәғәт, спорт һәм мәҙәни тормошонда ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаттары кеүек үк, был бүләкте лә сығарылыш синыф уҡыусылары һуңыраҡ тантаналы шарттарҙа аласаҡ. Әгәр ҙә эпидемиологик хәл яҡшы булһа, мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләрен БДИ-ҙы тапшырғандан һуң, 25 июлдә үткәрергә күҙаллайҙар.

Ә әлегә ун беренсе синыфтар имтихандарға әҙерләнә. 3 июлдә – география, әҙәбиәт һәм информатика, 6 һәм 7 июлдә – рус теле, 10 июлдә – профилле математика, 13 июлдә – тарих һәм физика, 16 июлдә – йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия, 20 июлдә – биология һәм сит тел буйынса имтихандың яҙма өлөшө, 22 һәм 23 июлдә сит тел буйынса телдән имтихан тапшыра.

Имтиханға килмәгән һәм нигеҙле сәбәптәр менән имтихан тапшырыуҙы тамамламаған уҡыусылар өсөн резерв көндәр билдәләнде: 24 июлдә – рус һәм сит телдәрҙән тыш, барлыҡ фәндәр буйынса, 25 июлдә – барлык фәндәр буйынса. 3 августан 8 авгусҡа тиклем икенсе, БДИ-ҙың өҫтәмә өлөшө уҙа.

- Быйыл имтихандарҙы юғары уҡыу йортона барыусы ун беренсе синыф уҡыусылары ғына тапшыра. Ундайҙар беҙҙә – 137. Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреү пункты булған М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында Әлшәй районы мәктәптәренең сығарылыш уҡыусыларынан тыш, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын беҙҙең районда йәшәгән, әммә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары интернаттарында белем алған ҡыҙҙар һәм егеттәр, шулай уҡ башҡа йылдарҙағы сығарылыш синыф уҡыусылары тапшырасаҡ, - тине мәғариф бүлегенең баш инспекторы Рәсимә Һәүбәнова.

Читайте нас: