Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Июнь 2020, 13:10

Әлшәйҙең йәш стилистары

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда эшләп килгән ижади онлайн-лагерҙа “Мода технологияһы” сменаһында “Мин – стилист” тип аталған матур сара уҙҙы.

Йәш стилистар кешенең фигураһына, йөҙ һыҙаттарына тап килтереп, төрлө йүнәлештәге кейем-һалым һайланы. Бындай шөғөлгә улар “Нисек дөрөҫ кейенергә” оҫталыҡ дәресендә өйрәнде. Ижади оҫтаханаларҙа балалар теләһә ниндәй образды ла тулыландырырлыҡ күбәләк-банттар эшләү серҙәренә төшөндө. Шулай уҡ аквагрим эшләү ҙә күптәргә оҡшаны.

Мәғлүмәт Пионерҙар йорто сайтынан алынды.

Читайте нас: