Беҙҙең хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, педагогик хеҙмәт ветераны Фәһимә Мәүлихан ҡыҙы Манякова матур юбилейын – 90 йәшен билдәләп үтте.
Ошо дәүер эсендә уның тормошонда шатлыҡтар һәм юғалтыуҙар, уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар ҙа була. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, ул ауыр йылдарҙы бик әсенеп иҫкә ала, әммә “аслыҡ, яланғаслыҡ, хәйерселек булыуына ҡарамаҫтан, уҡыуы бик ҡыҙыҡ ине”, - ти ветеран.
Ете йыллыҡ мәктәпте Фәһимә Сталин стипендиаты булып тамамлай. Әхирәттәре фермаға эшкә китә, ә ул уҡыуын дауам итергә теләй. Ике туған ағалары Әминевтарҙың ата-әсәһе ярҙам итә. Маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә. Магазин кәштәләре буш, ауылға ҡайтырға алыҫ, карточка буйынса 500 грамм ғына арыш икмәге бирәләр. Әммә белем алырға теләге көслө булғас, ҡыҙ бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға.
Педучилищены уңышлы тамамлап, юллама буйынса Туймазы районына эшкә ебәрелә, ә бер йылдан педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә.
Йәйге каникулда тыуған ауылы Ниғмәтуллаға ҡайта, унда ул буласаҡ тормош иптәше фронтовик-офицер Ғилмулла Хәйретдинов менән осраша. Йәштәр өйләнешеп тыуған ауылдарында нигеҙ ҡора. Фәһимә Мәүлихан ҡыҙы мәктәптә балалар уҡыта, тормош иптәше ауыл Советы секретары булып эшләй. Тәүге улдары донъяға килгәс, йәш ғаилә район үҙәгенә күсә.
Фәһимә Манякова Раевка 1-се урта мәктәбендә (хәҙер М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы) эшләй башлай. Ғаилә башлығы участка милиционеры булып хеҙмәт һала. Ғилмулла Имам улы ситтән тороп милиция мәктәбенә уҡырға инә, эшендә лә йәш хеҙмәткәрҙең тырышлығын лайыҡлы баһалайҙар. Тормош иптәше менән 42 йыл бергә ғүмер кисереп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике тапҡыр инфаркт үткәргәндән һуң, милиция подполковнигы Ғилмулла Хәйретдинов яҡты донъяларҙан китеп бара.
Фәймә Мәүлихан ҡыҙының педагогик хеҙмәт стажы - 46 йыл, шуның 41 йылын ул Раевканың 1-се мәктәбендә эшләгән. Тәүҙә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, артабан оҙаҡ йылдар тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ҡәтғи, әммә ғәҙел, талапсан һәм иғтибарлы уҡытыусыны уҡыусылары, улар араһында мин дә бар, һәр саҡ яҡшы яҡтан ғына иҫкә алабыҙ.
Ул - бар булмышы, йөрәге һәм күңеле менән ысын уҡытыусы, йәмәғәт эштәренә лә ваҡыт таба. Бер нисә тапҡыр ҡасаба Советы депутаты итеп һайлана, халыҡ мәғарифы район бүлегенең штаттан тыш инспекторы, ун йылдан ашыу халыҡ суды заседателе була. Фәһимә Манякова “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн”, Бөйөк Еңеүгә ҡарата юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ул бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөү һәм ихтирамына төрөнөп, биш ейәне, дүрт бүләсәһе һәм ике бүләһенең уңыштарына ҡыуанып бәхетле тормошта йәшәй. Уҡытҡан уҡыусылары һәм бөтә лицей коллективы исеменән хөрмәтле Фәһимә Мәүлихан ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ.
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.