Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июнь 2020, 14:20

Балалар лагерҙары асылырмы?

Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа районда балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолоуы хаҡында мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә ЧУПОВА һөйләй.

-Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, Республика Башлығы указына ярашлы, быйыл йәйге һауыҡтырыу кампанияһы 1 июлгә күсерелә. Профилле көндөҙгө һауыҡтырыу лагерҙары – 2 июлдә, хеҙмәт һәм ял лагерҙары 9 июлдә асыла. Сменалар 14 көн буласаҡ.

Райондың 24 белем биреү учреждениеһында көндөҙгө, профилле лагерҙар, хеҙмәт һәм ял лагерҙарын ойоштороу планлаштырылған. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында йәштәр эштәре һәм спорт комитеты бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәлә иҫәптә торған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмерҙәр өсөн (80 кеше) “Йәш армиясы” профилле лагеры ойошторола. Ял һәм һауыҡтырыу ойошмаларында (“Чехов исемендәге шифахана”, “Ҡарлуғас”шифахана һауыҡтырыу лагеры) 421 уҡыусы ял итәсәк.

Һауыҡтырыу лагерҙарында эш Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеү өлкәһе буйынса федераль хеҙмәттең методик тәҡдимдәре нигеҙендә ойошторола.

Әлшәй районы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге 201 бәлиғ булмаған үҫмерҙе эшкә урынлаштырасаҡ. Бынан тыш, аҙ сығымлы ял формалары: урам баскетболы (200 бала йәлеп ителәсәк) һәм урам футболы (150 бала) уйындары ҡаралған. Йәйге осорҙа районда барлығы 28 ихата майҙансығы эшләйәсәк. Унда 2485 бала йәлеп ителәсәк.

1 июндән онлайн режимда Пионерҙар йорто, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында лагерҙар эшләй. 250 малай һәм ҡыҙ өсөн педагогтар оҫталыҡ сәғәттәре, ижади осрашыуҙар, лекциялар үткәрә.

Фәнүзә СУФИЯНОВА яҙып алды.

Фото редакция архивынан алынды.

Читайте нас: