Коронавирус пандемияһы осоронда миллиардтан артыҡ бала бындай бәхеттән мәхрүм ҡалған.
“Роспотребнадзор”ҙа Рәсәй уҡыусылары 1 сентябрҙән традицион рәүештә уҡытыу формаһына әйләнеп ҡайта алыр тип өмөтләнәләр, тип белдерҙе ведомство башлығы Анна Попова. Был хаҡта РИА Новости хәбәр итә.
Ул билдәләүенсә, COVID-19 пандемияһы осоронда донъяла ғәҙәти уҡытыу формаһынан башҡа миллиардтан артыҡ бала мәхрүм ҡалған.
Бынан тыш, Попова һүҙҙәренсә, коронавирус менән зарарланыуҙы мөмкин тиклем кәметеү өсөн “Роспотребнадзор” мәктәптәргә тәҡдимдәр юллай.