Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Июнь 2020, 20:10

Имтихандарҙан баш тартмағыҙ

Колледждарға, техникумдарға уҡырға инергә теләгәндәр өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары биреү талап ителмәй. Ләкин Айбулат Хажин барлыҡ уҡыусыларға ла БДИ тапшырырға кәңәш итә, сөнки уның һөҙөмтәләре дүрт йыл дауамында һаҡланасаҡ, уҡыусының колледжды тамамлағас та юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге буласаҡ.

Федераль власть ҡарары буйынса, быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын бары юғары уҡыу йорттарына инергә теләгәндәр генә тапшыра. Һынауҙар аттестаттағы баһаларға йоғонто яһамаясаҡ. Бәлки, шуғалыр ҙа, уҡыусыларҙың бер өлөшө имтихан тапшырмаҫҡа уйлай.

Республиканың мәғариф һәм фән министры белдереүенсә, 11-се класты тамамлаған уҡыусыларҙың 94 проценты имтихан тапшырыуға әҙер. 1109 бала әлегә аныҡ ҡарарға килмәгән. Колледждарға, техникумдарға уҡырға инергә теләгәндәр өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары биреү талап ителмәй. Айбулат Хажин барлыҡ уҡыусыларға ла БДИ тапшырырға кәңәш итә, сөнки уның һөҙөмтәләре дүрт йыл дауамында һаҡланасаҡ, уҡыусының колледжды тамамлағас та юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге буласаҡ.

Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары ғәҙәттәгенән һуңыраҡ башлана. Тәүгеһе - 3 июлдә, был көндә уҡыусылар география, әҙәбиәт, информатика фәндәренән һынау тотасаҡ.

Ун бер йыл буйы оло тырышлыҡ һалынған хеҙмәтегеҙҙең изгелеген күрергә насип итһен, уны артабан үҫтерергә теләһәгеҙ, Берҙәм дәүләт имтихандарын биреү яҡшыраҡ, отошлораҡ булыр. Уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: