Карина тик “яҡшы” билдәләргә уҡый, тәбиғи-ғилми фәндәр менән ҡыҙыҡһына, биология, әҙәбиәт, инглиз теле буйынса муниципаль олимпиадаларҙа еңеүсе һәм призер исемен алды.
Ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙға төрлө интеллектуаль конкурстар оҡшай, күп уҡый, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы “Салихово” социаль-мәғариф үҙәгендә уҡый. Карина синыф һәм мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Лидерлыҡ һәләте, киң белем даирәһе, маҡсатҡа ынтылышлы һәм яуаплы булыуы уның уңыш нигеҙе.
Ул класс старостаһы, өлкән синыф уҡыусылары советы ағзаһы. Изге күңелле, ярҙамсыл, синыфташтары ла уны хөрмәт итә. Тырыш ҡыҙ өлгәшелгәндәр менән сикләнмәй, һәр ваҡыт ышаныслы алға атлай һәм башҡаларҙы ла эйәртә.
Раевка гимназияһының фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары.