Быйылғы “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы тарихҡа инеп ҡалыр, моғайын. Әйткәндәй, тормошобоҙҙо һәм айырыуса мәғариф системаһын тамырынан үҙгәрткән 2020 йыл кеүек үк.
Аҡ алъяпҡыстар, сығарылыш синыф уҡыусыларының сағыу таҫмалары, хәтирәләр, ҡотлауҙар, беренсе синыф уҡыусыларының ҡыҙыҡлы шиғырҙары, сәскә гөлләмәләре һәм йөрәккә үтеп инерлек мәктәп йырҙары, хушлашыу вальсы, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең изге теләктәре тәүге тапҡыр онлайн-форматта үтәсәк. Быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау мәктәп алдында йәки спорт залында түгел, ә меңләгән компьютер, планшет һәм смортфондарҙа яңғырай. Килеп тыуған хәл мәктәп традицияларына ла үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Шулай булғас, туған мәктәп менән дистанцион рәүештә генә һаубуллашырға тура киләсәк.
Бөгөн һуңғы ҡыңғырау биш йөҙҙән ашыу Әлшәй уҡыусыһы өсөн дә яңғырай. Район мәктәптәрен 408 – туғыҙынсы синыф һәм 137 ун беренсе синыф уҡыусыһы тамамлай. Билдәле сәбәптәргә бәйле, төп дәүләт имтихандарын тапшырыуҙан азат ителгән туғыҙынсыларҙың күбеһе, мәктәптәрҙә артабан уҡыуын дауам итәсәк. Ә ун беренсе синыфтар өсөн оҙаҡ көтөлгән ваҡиға – Һуңғы ҡыңғырау байрамын уҡытыусылар был көн мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә вәғәҙә итте. Улар иҫәбендә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы педагогтары ла бар.
Бөгөн мәктәп үҙенең 40 уҡыусыһын оло тормош юлына оҙата. Физика-математика, химия-биология һәм социаль-иҡтисади синыфтарҙа белем алған уҡыусылар араһында ун өс (!) отличник. Әммә яңы үрҙәр яулар алдынан уларға яуаплы һәм тулҡынландырғыс осор – берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға кәрәк. Лицей уҡыусылары күптән инде һөнәр һайлагған һәм юғары уҡыу йорттарына барырға йыйына.
Ә имтихандарҙы күсереүҙе күптәр әҙерләнеү өсөн өҫтәмә ваҡыт итеп ҡабул итте. Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, һынауҙарҙы 3 июлдән 23 июлгә тиклем үткәреү планлаштырылған. Уҡыусыларға аттестат алынған билдәләр нигеҙендә, йәғни, имтихан балдарын иҫәпләмәй, биреләсәк. Ә сығарылыш кисәләренә килгәндә иһә, ун беренселәр интернетта ғына хушлашып ҡалмай, Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сығарылыш кисәләрен традицион рәүештә, мәктәптә үткәрергә иҫәп тота. Тимәк, 2020 йылғы сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре шаяртҡанса, “инглизсә” китеп булмаясаҡ.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.