Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Май 2020, 12:15

Республикала 21 мәктәпкә исем бирелде

Түбән Әүрез мәктәбенә Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсановтың исеме бирелде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 21 мәктәпкә Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһының Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм күренекле эшмәкәрҙәр исеме бирелде.
Уларҙың исемлеге хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ мәктәбенең Яңы Мишәр филиалы – Ҡотдос Латипов, Кушнаренколағы 1-се мәктәп – Валентин Паширов, Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш мәктәбе – Әмир Хәйҙәров, Борай районы Ҙур Баҙраҡ мәктәбе – Тазетдин Ғиләзетдинов, Өфөнөң 105-се гимназияһы – Николай Кузнецов, 15-се белем биреү үҙәге – Риф Сәхәбүтдинов, 14-се спорт мәктәбе – Артур Әхмәтханов, Благовар районы Иҫке Күсәрбай мәктәбе – Ғилемхан Иҙрисов, Шаран районы Баҙғыя мәктәбе – Михаил Егоров, Стәрлетамаҡ районы Николаевка мәктәбе – Пётр Ушаков, ошо уҡ райондың Золотоношка мәктәбе – Яков Ткаченко, Стәрлетамаҡтағы 4-се мәктәп – Дәйләгәй Ноғоманов, Балтас районы Иҫке Балтас мәктәбе – Үлмәҫ Шакиров, Штанды мәктәбе – Әниф Әкрәмов, Ҡыйғы районы Ләүйылға мәктәбе – Дмитрий Ракшин, Әлшәй районы Түбән Әүрез мәктәбе – Рафиҡ Ихсанов, Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш мәктәбе – Хәнәф Нурғәлиев, Нуриман районы Байгилде лицейы – Ришат Исмәғилев, Ғафури районы Ҡауарҙы мәктәбе – Нәзәфәт Ғарипова, Яңауыл районы Яңы Артауыл мәктәбе – Хәлим Әмиров, Учалылағы 1-се башҡорт лицейы Сабир Йыһаншин исемен йөрөтәсәк.
Фото:район мәғариф бүлеге сайтынан
Читайте нас: