Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март 2020, 18:50

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа мәктәп фольклориадаһы үтте

Башҡортостанда 2 марттан 29 майға тиклем Мәктәп фольклориадаһы үтә.

Уның маҡсаты – йәш быуынды халыҡ традицияларына ылыҡтырыу, донъя халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәтенә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Мәғариф бүлеге методисы Гөлсәсәк Зиннурова әйтеүенсә, райондың бөтә белем усаҡтарында ла март айында Мәктәп фольклориадаһының тәүге этабы үтә. Мәҫәлән, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ошо көндәрҙә мәктәп фольклориадаһына арналған матур сара уҙған.

Унда "Арғымаҡ "ҡумыҙсылар ансамбле, ҡурайсылар сығыш яһаған, башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраған. Уҡыусылар татар, украин, рус, испан, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бик оҫта башҡарған. 1-7-се кластар өсөн һүрәттәр конкурсы, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолған. Шулай уҡ аҫалы балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткән.


Читайте нас: