Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Март 2020, 18:55

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды

Башҡортостанда уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостанда уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ошондай ҡарар ҡабул итте.

Республиканың дөйөм белем биреү учреждениелары 23 марттан 30-ына тиклем каникулға сығырға тейеш ине.

Бынан алда «Башинформ» республикала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы индереүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.

Республика етәксеһе Мәғариф министрлығына уҡытыусылар колллективын дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләргә ҡушты. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреүҙе дистанцион режимға күсере бурысы йөкмәтелде.

Читайте нас в