Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2020, 16:35

БДИ – 2020: ваҡыт күп ҡалманы

Быйыл Әлшәйҙә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын 137 ун беренсе синыф уҡыусыһы үтәсәк.

Районда БДИ-ны тапшырыусылар былтырғыға ҡарағанда 77 кешегә аҙыраҡ. Барлыҡ ун беренсе синыф уҡыусылары ла йомғаҡлау иншаһын уңышлы яҙып, имтихандарға инеү хоҡуғы алды. Урта дөйөм белем алыу тураһында аттестат алыу өсөн, элекке кеүек үк, БДИ формаһында рус теле һәм математиканан мотлаҡ имтихан тапшырырға кәрәк. Сығарылыш синыф уҡыусылары ун ике фән буйынса һынау тотасаҡ. Математиканы профиль кимәлдә – 74, база кимәлендә 63 уҡыусы һайлаған. 46 егет һәм ҡыҙ химиянан имтихандарға әҙерләнәсәк. 41 уҡыусы – йәмғиәтте өйрәнеү, 30 – биология, 37 – физика фәнен һайлаған. 20 уҡыусы информатиканы тапшыра, 18 – тарих, ете уҡыусы – әҙәбиәт, дүрт кеше – инглиз теле һәм бер уҡыусы география фәндәренән һынау тотасаҡ.

- Сығарылыш синыфы уҡыусылары БДИ-ны, элеккесә, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тапшыра. Имтихан үткәреү бинаһы видеокүҙәтеү камералары, стационар һәм күсмә металл эҙләгестәр, күсмә элемтә сигналдарын тотҡарлаусы саралар менән йыһазландырылған. БДИ-ны үткәреү өсөн аудиторияларға 24 ойоштороусы йәлеп ителәсәк, 11 кеше – аудиториянан ситтә эшләү өсөн, биш техник белгес буласаҡ. Уларҙың барыһы ла – район мәктәптәре уҡытыусылары, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибе менән таныштар, улар шулай уҡ Федераль тест үткәреү үҙәгендә уҡыу үтергә тейеш, - ти дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүгә әҙерлек тураһында мәғариф бүлегенең баш инспекторы, БДИ-ның муниципаль координаторы Рәсимә Һәүбәнова.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, яҙғы каникулда уҡыусыларҙы БДИ үткәреү процедураһы буйынса күнекмә саралар көтә, йәғни, улар ысын имтихандарға оҡшаш шарттарҙа һынау тотасаҡ. Ун беренсе синыф уҡыусылары 24 мартта - рус теле, 30-ында – математика, 26 мартта йәмғиәтте өйрәнеү буйынса төбәк күнекмә имтихандар тапшырасаҡ. Рус теле буйынса федераль күнекмәләр 13 майҙа уҙа.

2020 йылда БДИ үткәреүҙең берҙәм расписаниеһы раҫланған. График үҙгәрмәй, шулай уҡ ниндәйҙер сәбәптәр менән рус теле һәм математика буйынса мотлаҡ имтихандарҙы тапшырырға килә алмаған уҡыусылар өсөн өҫтәмә этаптар буласаҡ. БДИ-ның төп осоро 25 майҙан 11 июнгә тиклем уҙа. Ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау тантанаһы ике көнгә иртәрәк үтәсәк. География һәм әҙәбиәт буйынса имтихандарҙы, һәр ваҡыттағыса, беренсе булып тапшырасаҡтар.

Туғыҙынсы синыф уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына килгәндә иһә, уны быйыл 409 уҡыусы тапшырасаҡ.

Читайте нас: