Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Март 2020, 13:35

Уҡытыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Бәйгелә районыбыҙҙың Раевка 4-се мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илвера Мәжит ҡыҙы Гәрәева ла ҡатнаша.

Өфөлә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2020" төбәк - ара конкурсы бара. Бәйгелә районыбыҙҙың Раевка 4-се мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илвера Мәжит ҡыҙы Гәрәева ла ҡатнаша. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Һөнәри бәйгелә бөтәһе 56 уҡытыусы көс һынаша. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән дә ҡатнашыусылар бар. Конкурсанттар беренсе көндә милли кейемдә презентация үткәрҙе, кисә асыҡ дәрес күрһәтте.
Һүрәттә: Илвера Мәжит ҡыҙы Гәрәева Ниғмәтулла мәктәбенән "Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2020" республика конкурсында ҡатнашыусы Гөлсәсәк Минулла ҡыҙы Кәбирова менән.
Мәғлүмәт район мәғариф бүлеге сайтынан алынды.
Читайте нас в