Районыбыҙҙа, әйткәндәй, бөтә илдәге кеүек, дүртенсе йыл “Ата-әсәләр менән БДИ тапшырыу көнө” бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. Был акцияның маҡсаты - дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү процедураһының ғәҙел һәм асыҡ булыуын, ә сараларҙың имтихандарҙы уңышлы тапшырыуға йүнәлтелеүен күрһәтеү.
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейына, ул БДИ үткәреү урыны булып тора, сығарылыш синыф уҡыусыларының ниндәй тойғолар кисергәнен үҙҙәрендә һынап ҡарарға теләгән 90-ға яҡын кеше йыйылды. Улар - ун беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләре, шулай уҡ мәктәп директорҙары, синыф етәкселәре. Ҡатнашыусылар араһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов һәм мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Чупова ла бар ине.
Имтихан тапшырыу алдынан тантаналы линейка үткәрҙеләр. Барлыҡ ҡатнашыусылар тап шунда һынауҙарҙың етдилеген аңланы. Бөтә процедуралар ысынбарлыҡҡа яҡын булды. Парта артына ултырғансы паспорт күрһәтергә, телефонды тапшырырға, металл эҙләгестә тикшереү һәм инструктаж үтергә кәрәк ине.
Теркәлгәндән һуң имтихан тапшырыусылар ойоштороусылар оҙатыуында аудиторияға үтә. Берәрләп ултыралар, парта өҫтөндә паспорт, ике таҙа ҡағыҙ бите һәм ҡара ручка ғына ята. Һәр бүлмәлә – ике ойоштороусы һәм күҙәтеүсе. “Мәктәптә уҡыған һәр кеше БДИ тапшыра ала”, - тип дәртләндерә ойоштороусылар. БДИ темаһы – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы. Имтихан тапшырыуға билдәләнгән дүрт сәғәт урынына ни бары 30 минут бирелә. Был ваҡыт эсендә өлгөрөр өсөн эштәр ябайлаштырылған – 25 түгел, ә 11 һорауға яуап бирергә кәрәк. Ҡайһы бер ата-әсәләр биремдәрҙе ҡулға алыу менән һорауҙарға яуап эҙләй ҙә башланы. Имтиханды ваҡытынан алда тапшырыусылар ҙа булды.
- Һорауҙар бик ҡыҙыҡлы ине һәм, минеңсә, әллә ни ауыр ҙа түгел. Мәҫәлән, тарихи ваҡиғаның ҡайһыһы алдараҡ булғанын билдәләргә һәм уларҙы хронологик тәртиптә сағыштырырға кәрәк ине. Контур карталары менән дә заданиелар булды. Маркалар һәм кинофильмдар тураһында һорау бер аҙ ауырыраҡ ине. Әммә иң мөһиме, имтихан тыныс үтте, - тип тәьҫораттары менән бүлеште ата-әсәләрҙең береһе.
Әйткәндәй, эштәрҙе ысын БДИ-лағы кеүек тикшерәсәктәр. Ә ата-әсәләрҙең күпме балл йыйыуы һәм улар араһында йөҙ балға етеүселәрҙең булыу-булмауы бер нисә көндән һуң беләсәкбеҙ.