Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Февраль 2020, 11:55

Башланғыс синыф уҡытыусылары семинары

Раевка 4-се урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусылары семинары уҙҙы.

Күптән түгел Раевка 4-се урта мәктәбендә “Башланғыс дөйөм белем биреүҙең планлаштырылған һөҙөмтәләренә ирешеүҙә мәғариф технологиялары. Рус теле дәрестәрендә кесе синыф уҡыусыларында универсаль уҡыу ғәмәлдәрен формалаштырыу” темаһы буйынса башланғыс синыф уҡытыусылары семинары уҙҙы. Мәғариф бүлеге методисы Г. Р. Зиннурова хәбәр итеүенсә, семинарҙың практик өлөшөндә 4-се урта мәктәптең башланғыс синыф уҡытыусылары Н. В. Копьева, А. Р. Ардаширова, Т. В. Антипина, В. В. Рыбченко, В. М. Павличенко һәм Р. Г. Ғәрифуллина асыҡ дәрестәр күрһәтте.
Семинар эшендә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Ибраһимова Резеда Эльбрус ҡыҙы ла ҡатнашты. Уның “Заманса дәрес маҡсаты булараҡ, универсаль уҡыу ғәмәлдәрен формалаштырыу” тип аталған сығышы ойоштороу-методик характерҙағы күп кенә проблемалы мәсьәләләргә аңлатма булды.
Семинар юғары кимәлдә үтте. Уҡытыусылар алынған мәғлүмәттәрҙең мөһимлеген, семинар барышындағы ҡыҙыҡлы һәм ижади атмосфераны билдәләне һәм сығыш яһаған уҡытыусыларҙың тәжрибәһен артабан үҙ эштәрендә ҡулланырға теләк белдерҙе.
фото район мәғариф бүлеге сайтынан.
Читайте нас в