Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Февраль 2020, 16:45

“Баласаҡтың хәүефһеҙ юлы”

Раевка 2- се урта мәктәбендә “Баласаҡтың хәүефһеҙ юлы” КВН-ы үтте. Конкурс өс этапта уҙып, бөтәһе һигеҙ команда ҡатнашты.

Уҡыусылар иң тәүҙә өй эшен күрһәтеп, “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре” тип аталған сәләмләү конкурсында ҡатнашты, капитандар “Нисек ЮХХДИ инспекторы булырға?” бәйгеһендә көс һынашты, өсөнсө этапта “Яңы руль артына ултырғандар өсөн тест-драйв” фристайлы булды. Уҡыусылар төрлө ҡыҙыҡлы номерҙар һәм миниатюралар күрһәтте.

Командалар сығышынан һуң һөҙөмтәләр билдәләнде. Раевка ауылы гимназияһы командаһы – беренсе, Раевка 2-се урта мәктәбе һәм Шафран командаһы – икенсе, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары өсөнсө урынды алды. Шулай уҡ Раевка 4- се мәктәбенә – “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен актив пропагандалаған өсөн”, Аксен командаһына “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иң яҡшы белгән өсөн” номинациялары бирелде. Гимназия уҡыусылары Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының “Баласаҡтың хәүефһеҙ юлы” республика конкурсы ярымфиналында беҙҙең район исеменән сығыш яһаясаҡ, сара 25 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙа.

Фотолар район мәғариф бүлеге сайтынан.

Читайте нас: