Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2020, 13:35

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ иң яҡшы иншалар авторҙары араһында

Өфөлә “Йәнәшәңдә йәшәүсе герой тураһында һөйлә” республика иншалар конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр.

Конкурс “Геройҙар хәҡиҡәте” проекты сиктәрендә үткәрелде, ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, шулай уҡ Төньяҡ Кавказ территорияһында халыҡ-ара терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш башланыуының 25 йыллығына ла арналды. Мәктәп уҡыусылары яҙған эштәр тап локаль конфликттарҙа ҡатнашыусылар тормошон сағылдырҙы.
Конкурсҡа иншаларҙы бөтә республиканан меңдән ашыу уҡыусы тапшырҙы. Төрлө номинацияларҙа билдәләнгән еңеүселәр араһында беҙҙең Әлшәй уҡыусылары ла бар. Улар – М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан 6-сы синыф уҡыусыһы Данил Шәйәхмәтов (уҡытыусыһы З. Н. Гәрәева), Түбән Әүрез мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Айгизә Ибраһимова (Р. С. Тимербаева) һәм Раевка гимназияһынан 10-сы синыф уҡыусыһы Максим Плотников (уҡытыусыһы Н. Е. Ястребова).
Фото: район мәғариф бүлеге сайтынан.
Читайте нас: