Күптән түгел “Башҡортостандың 100 шағиры” республика әҙәби марафоны еңеүселәре һәм призерҙары иғлан ителде, унда 600-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Конкурсанттар Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен, шулай уҡ республикаға, туған телгә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап яҙылған үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Әҙәби марафон призерҙары араһында беҙҙең район уҡыусылары ла бар. Гимназиясылар: өсөнсө синыф уҡыусыһы Владислав Сушицкий (етәксеһе О. С. Бартновская) һәм 4-се синыф уҡыусыһы Арина Бартновская (Г А. Малькова) икенсе урынға лайыҡ булды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, остаздары етәкселегендә был талантлы балалар башҡа республика конкурстарында һәм “Буранғолов уҡыуҙары”, “Минең Республикам!”, “Щербаков уҡыуҙары”, “Бөтәһен дә белергә теләйем!” кеүек фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла актив ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Әҙәби марафонда Ҡармыш мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусыһы Русалина Ғәлимова (етәксеһе Р. Х. Садиҡова) һәм М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 5-се синыф уҡыусыһы Илвир Рәхмәтуллин (Р. Г. Кәримова) өсөнсө урынды алды. Улар республика Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары менән бүләкләнде.