Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2020, 14:05

Бөгөн дә ҡыҙыҡһынып уҡыйҙар

Ҡармыш ауылы китапханаһында ошо көндәрҙә мәктәп уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы саралар үтте.

“Бөгөн дә Гайдарҙы уҡыйбыҙ” акцияһына ҡушылып, башланғыс синыф уҡыусылары билдәле рус яҙыусыһының «Маруся», «Совесть», «Патроны» хикәйәләрен бергәләп уҡыны, Аркадий Гайдарҙың тормошо һәм ижады, иң билдәле әҫәрҙәре менән танышты.

Эйе был хикәйәләр һәм повестар инде хәҙер нисәмә быуын малайҙары һәм ҡыҙҙарын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сюжеттары менән әсир итә, бөгөнгө көн өсөн дә актуаллеген юғалтмай. Ябай, аңлайышлы тел менән яҙылған был әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, изгелек, тоғролоҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр тәүге урында тора

Китапхана хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ “Йыһанда тәүге тапҡыр” акцияһына ҡушылды һәм “Кешелек. Ер. Йыһан” тип аталған мәғлүмәт сәғәте үткәрҙе. Унда космонавтикаға нигеҙ һалыусы, ғалим һәм инженер Сергей Королев, тәүге йыһангир Юрий Гагарин, башҡа космонавтар тураһында видеоролик күрһәтелде, сара аҙағында балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

Читайте нас: