Сания Таһир ҡыҙы информатика уҡытыу менән бер рәттән, бына дүрт йыл инде өҫтәмә рәүештә балаларға робототехника серҙәрен өйрәтә. Уҡытыусының мауығыуы һәм балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы үҙ емештәрен бирә. Лицейҙың йәш инженерҙары “Роболига” республика чемпионатында “Шорт-трек” категорияһында призлы урын яуланы, Мәскәүҙә робот техникаһы һәм инжиниринг буйынса Roboliga World-2018 халыҡ-ара фестивалендә ижади категорияла призер булды, ә 2019 йылда “Роболига” республика чемпионатында ижади категорияла еңеүгә өлгәште. Тәҡдим ителгән 30 эш араһында лицейсыларҙың проекты иң яҡшыһы тип табылды.
Сентябрҙә был уҡытыусы, конкурс буйынса һайлап алыу үтеп, Сочиға “Сириус” мәғариф үҙәгенә квалификацияны күтәреү курстарына, “Мәктәп уҡыусыларының проект эшен ойоштороу технологиялары” программаһына саҡырылды.
- “Сириус”та уҡыу балалар менән эшләүҙе дауам итеү өсөн күп мөмкинлектәр асты һәм илһам-дәрт өҫтәне. “Йыһанды тикшереү” темаһы буйынса робот техникаһы дәрестәренең береһен беҙ видеоға төшөрҙөк һәм “Электрон йыһаз ҡулланылған иң яҡшы дәрес” республика конкурсына ебәрҙек”, - ти Сания Таһир ҡыҙы.
Конкурстың жюри ағзалары Әлшәй уҡытыусыһының дәресен “Өҫтәмә белем биреү бүлеге дәресе” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләне һәм уны еңеүсе тип иғлан итте.
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Сания Таһир ҡыҙы Илекәева.