Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар 2020, 20:25

Телһөйәрҙәр көс һынашты

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада һәм татар, сыуаш, мари, удмурт телдәре буйынса республика олимпиадалары үтте.

Башҡорт теле буйынса телһөйәрҙәр бәйгеһендә республикабыҙ район-ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән барлығы 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Өс көн буйына дауам иткән ярышта ҡыҙҙар, егеттәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен һынап ҡараны, инша яҙҙы, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, тел буйынса проект эшен яҡланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль олимпиадалар исемлегенә индерелгән һәм Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә олимпиада еңеүселәренең дөйөм балына өҫтәмә балл ҡушыла.

- Беҙҙең райондан телһөйәрҙәр бәйгеһендә бөтәһе 13 бала ҡатнашты. Никифар мәктәбенән Арина Әлимғолова (уҡытыусыһы Г. М. Шарапова), Әбдрәшит мәктәбенән Алена Жуковская (М. С. Батталова) башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада призерҙары булды. Ә татар теле буйынса республика олимпиадаһында Ниғмәтулла мәктәбенән Әлиә Дәүләтшина (Г. М. Кәбирова) призер исемен яуланы, тип хәбәр итте беҙгә район мәғариф бүлегенән методист Гөлсәсәк Зиннурова.

Фото: мәғариф бүлеге сайтынан алынды.

Читайте нас: