Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Декабрь 2019, 12:50

Аксен агросәнәғәт колледжында – киләсәк оҫтаханалары

Быйыл был белем усағы Рәсәй мәғариф министрлығының һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды һәм уҡыу йортон яңыртыуға, уның матди-техник базаһын нығытыуға 47 млн һум грант алды.

Был аҡсаға, уның 35 млн һумын федераль бюджет бүлде, 9,6 млн - төбәк бюджетынан, 2 млн - үҙҙәренең бюджеттан тыш средстволары, агрономия, ауыл хужалығы биотехнологиялары, сити-фермерлыҡ, ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау һәм халыҡ-ара талаптар буйынса ветеринария компетенциялары буйынса биш оҫтахананы йыһазландырыуға һәм яңыртыуға заманса ҡорамалдар һатып алынды.

Яңы йыл алдынан оҫтаханаларҙы асыу тантанаһы уҙҙы. Унда республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Мәскәү политехник университетының һөнәри белем биреүҙе үҫтереү үҙәге, Мәғарифты үҫтереү институты, район хакимиәте һәм “БашИнком” фәнни предприятиеһы вәкилдәре ҡатнашты.

Оҫтаханалар ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларға уникаль уҡыу-лаборатория, уҡыу-производство, программа һәм методик эшләнмәләр генә түгел, студенттар һәм уҡытыусылар әҙерләгән киләсәк һөнәре “Сити-фермерлыҡ” – бина шарттарында ауыл хужалығы культураларын үҫтереү буйынса ғәмәлдәге вертикаль ферма белгесе эшенең яҡынса һөҙөмтәләрен күрһәтте. Ошондай фермалар киләсәктә ҡышҡы һалҡындарҙа ла кешеләрҙе яңы үҫтерелгән эклогик яҡтан таҙа баҡса еләге һәм салат, шулай уҡ башҡа бик күп файҙалы һәм тәмле йәшелсә-емеш менән тәьмин итәсәк, тип өмөтләнәләр Аксен колледжында.

Республикала урта һөнәри белем биреүҙе яңыртыу “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Асылған оҫтаханалар колледжға заманса халыҡ-ара стандарттар буйынса белгестәр әҙерләү мөмкинлеге бирәсәк. Тимәк, Аксен агросәнәғәт колледжын тамамлаусылар перспективалы киләсәк һөнәре алып сығасаҡ, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Читайте нас: