Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2019, 13:15

Лицейҙа Башҡорт теле көнө киң билдәләнәсәк

Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла Башҡорт теле көнө киң билдәләнәсәк.

Иртәгә – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла Башҡорт теле көнө киң билдәләнәсәк. Директорҙың уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары Айгөл Рәйес ҡыҙы Вәлиева әйтеүенсә, бында башланғыс синыфтар өсөн “Ҡунаҡ ҡаршылау” йолаһы (Л. Сайранова), башҡорт халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереү (Л. Ҡаһарманова) кеүек саралар үткәреү күҙаллана. Бишенселәр “Алтын тирмә” уйынында (Р. Кәримова) ҡатнашасаҡ, 6-сы кластарҙа “Әсәм теле – сәсән теле” темаһына шаяндар һәм тапҡырҙар клубы (З. Шәүәлиева) кеүек уйындар уҙғарырға ниәтләйбеҙ. 7-се класс уҡыусылары бөйөк мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 188 йыл тулыуға арналған викторинала (Ф. Ғәлимова) көс һынашасаҡ, ә һигеҙенселәр инде был көндө кейеҙҙән төрлө әйберҙәр яһау буйынса ижади оҫтаханаға (М. Муллағәлина) саҡыра.

Читайте нас: