Кемдер матур итеп һүрәт төшөрә, кемдер спортта уңыштарға ирешә, кемдер күңелдән ҙур һандарҙы ҡуша һәм ала, шунда уҡ бик күп мәғлүмәтте хәтерендә ҡалдыра, ә ҡайһы берәүҙәр иһә матур итеп иншалар яҙыу һәләтенә эйә. Башҡорт лицейында талантлы балалар бихисап, 9-сы синыф уҡыусыһы Алһыу Хажиәхмәтова – шундайҙарҙың береһе. 5-се синыфта әҙәбиәт дәресендә уҡыусылар араһында әҙәби геройға бәйле бәхәс тыуҙы. Мин, ғәҙәттәгесә, бәхәскә нөктә ҡуйыуына ҙур өмөттәр бағлап, Алһыуға төбәлдем. Тап шулай килеп сыҡты ла. Әммә дәрестән һуң ул мине тағы ла нығыраҡ аптыратты. Баҡһаң, Алһыу әҫәрҙе тикшергән ваҡытта планшетта ҙур булмаған хикәйә яҙырға ла өлгөргән. Дәрес һайын унда яңы ваҡиғалар өҫтәлә барҙы. Ҡыҙҙың оҫталығы артҡандан-артты. Нимәлер ижад итеү Алһыуға шул тиклем оҡшап китте, хәҙер инде ул үҙен унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Минең талантлы уҡыусым үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. Ул төрлө темаға шиғырҙар, проза әҫәрҙәре ижад итте. Алһыу бер нисә тапҡыр конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яуланы. Йәш шағирҙарҙың “Мцыри” тип аталған ХIV Бөтә Рәсәй фестивалендә “Томан күбәләктәре” тип аталған повесть-фантастика тәҡдим итте. “Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә рус теле буйынса халыҡ-ара тематик сменаның жюри ағзалары Алһыуҙың “Интернет-шиғриәт яңы классика булып китерме?” темаһына яҙған очерыгын да юғары баһаланы. Апрелдә уға “Орленок”та А. С. Пушкин исемендәге рус теле дәүләт институты ойошторған “Рус теле – мәғариф, фән, сәнғәт, бизнес һәм юғары технологиялар теле” сменаһында булыу бәхете тейҙе.
Октябрь уртаһы. Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү һәм ижади эштәренең “Фәндә старт” VII халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, Сочиҙан еңеү яулап ҡайтып барабыҙ. Поезд тәгәрмәстәре шаҡылдауы ғына ишетелә, ә вагонда ижади эш ҡайнай, яңы шиғыр юлдары тыуа. Бер сәғәт эсендә Алһыу бына тигән ике шиғыр яҙып та ҡуйҙы. Ҡыҙҙы поезд тәҙрәһенән күренгән матур тәбиғәт күренештәре илһамландырҙы. Алһыуға еңеүгә ирешергә ныҡышмалылығы һәм маҡсатына ынтылышы ғына түгел, ата-әсәһенең дөрөҫ тәрбиә биреүе һәм уны хуплап тороуы ла булышлыҡ итә. Гөлнара Рифғәт ҡыҙы һәм Азат Ирек улы ҡыҙҙарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Ә уҡытыусы булараҡ минең бурысым – баланың һәләтен үҫтереү, унда үҙ көсөнә ышаныс уятыу, дөрөҫ һөнәр һайлауҙа ярҙам күрһәтеү.
Алһыуға яңы ижади уңыштар, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауын, беҙҙе яңынан-яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ.
Зөлфиә ВӘЛИУЛЛИНА,
башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.