Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ноябрь 2019, 12:11

4-се мәктәп ЮНЕСКО клубы сертификаты алды

Өфөлә IV Евразия гуманитар форумы сиктәрендә “Тотороҡло үҫеш маҡсатын тормошҡа ашырыу сиктәрендә белем биреү” темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

Башҡортостандың дүртенсе тапҡыр Евразия форумы үткәреү майҙансығы итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Республика Рәсәйҙә ЮНЕСКО халыҡ-ара хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Ассоциацияланған мәктәптәр проектына 39 мәктәп йәлеп ителде, ҡалаларҙа һәм райондарҙа ЮНЕСКО-ның туғыҙ клубы һәм ЮНЕСКО дуҫтарының 100-ҙән ашыу клубы эшләй. Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән полилингваль мәктәптәр булдырыу буйынса проект старт алды, шулай уҡ ЮНЕСКО-ға арналған бер нисә мөһим сара үткәреү планлаштырыла, Бөтә донъя фольклориадаһы – 2020 уларҙың иң әһәмиәтлеһе буласаҡ.

Ассоциацияланған мәктәптәр һәм клубтар активы менән осрашыу барышында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы илсеһе, ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе көнүҙәк проекттар һәм программалар, шул иҫәптән мәғариф, фән һәм йәштәр менән эшләү өлкәһендә лә республика менән 20 йыллыҡ хеҙмәттәшлек итеүҙең ыңғай тәжрибәһен билдәләп үтте.

Форум тамамланғандан һуң республиканың туғыҙ мәғариф учреждениеһына, шул иҫәптән Раевка 4-се мәктәбенә лә Рәсәйҙең ЮНЕСКО клубтары сертификаттары тапшырылды.

- Мәктәптә ЮНЕСКО дуҫтары клубы 2015 йылда асылды. Уның төп бурысы – районда ЮНЕСКО-ның мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге идеяларын таратыу. Беҙ киләсәктә республиканың ЮНЕСКО эштәре комитеты менән берлектә эшләргә, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте аша рухи мәҙәниәтте үҫтереү, экологик, патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса төрлө проекттарҙа, конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнашырға ниәтләйбеҙ, - тип аңлатма бирҙе 4-се мәктәп директоры Павел Кулагин.

ЮНЕСКО клубы ҡатнашыусыларының девизы – “Йондоҙлоҡ” – Минең Тыуған илем – Башҡортостан! Рәсәй – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ! Мин – донъя гражданины!

Читайте нас: