Йыйылышта ҡатнашыусылар былтырғы БДИ һөҙөмтәләре, дәүләт имтихандарын үткәреүгә талаптар, ата-әсәләрҙең роле һәм ярҙамы, имтихан бланктарын тултырғанда ебәрелгән бер үк хаталар, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибен боҙған өсөн яуаплылыҡ саралары кеүек төп мәсьәләләрҙе ҡараны. Йыйылышҡа мәғлүмәт эшкәртеүҙең төбәк үҙәге директоры Рөстәм Рябов, мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль идаралығы баш белгес-эксперты Елена Посконина, Әлшәй районы прокуроры ярҙамсыһы Аделия Заһиҙуллина, республика юғары уҡыу йорттары вәкилдәре саҡырылғайны.
БДИ үткәреүҙең төп принциптары – ғәҙеллек, асыҡлыҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зилә Чупова. Былтыр Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ҡағиҙә боҙоуҙарһыҙ үтте. Берҙәм дәүләт имтихандарын 214 уҡыусы тапшырҙы. Элеккесә, урта белем тураһында аттестат алыу өсөн мотлаҡ рус теле һәм математиканан БДИ тапшырырға кәрәк. Мәктәп тамамлаусылар 12 фәндән имтихан тапшырған. Математика (профиль кимәл), йәмғиәтте өйрәнеү, физика, химия, биологияны һайлаусылар күп.
Рус, инглиз телдәре, химия, биология, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса уртаса балл республика күрһәткесенән артып киткән.
Имтихандарҙы юғары балға (80 балдан 100 балға тиклем) тапшырыусылар һаны ла артҡан. Рус теле буйынса БДИ-нан 50 уҡыусы – 80 балдан ашыу, математиканан (профиль кимәл) – туғыҙ, физиканан – дүрт, химиянан – ун, биологиянан – 4, инглиз теленән 4 уҡыусы юғары балл алған. Раевка 4-се урта мәктәбенән Алина Насретдинова химиянан 100 балл йыйған.
2018-2019 уҡыу йылында урта белем тураһында аттестатты 209 уҡыусы алды. Юғары уҡыу йорттарына - 135, урта махсус уҡыу йорттарына – 73, эшкә 5 кеше ингән, бер уҡыусы Ҡораллы көстәр сафына алынған. Республика вуздарына 102 егет һәм ҡыҙ уҡырға ингән. Йыл һайын Өфө дәүләт нефть техник университетына мәктәпте тамамлаусыларҙың 10,5 проценты инә, күптәр Башҡортостан дәүләт медицина университетын (2019 йылда 18 кеше студент булды), Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт педагогия университетын һайлай.
Башҡа төбәктәрҙәге университеттарға 33 уҡыусы (юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙең дөйөм һанының 24,5 проценты) ингән.
Уҙған уҡыу йылынан башлап, отличиеға урта белем тураһында аттестат һәм миҙал алыу өсөн мәктәпте тамамлаусыға гел “5” билдәләре генә етмәй, профиль кимәлдә рус теле һәм математиканан кәмендә 70 балл йыйып Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын йәиһә база кимәлендә математиканан 5 балл алып БДИ-ны ла уңышлы тапшырырға тейеш.
Быйыл “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалын 24 уҡыусы алды. Миҙалсылар һаны буйынса 4-се мәктәп (8 уҡыусы) алда бара, лицейҙа – 5, 2-се мәктәптә – 3, гимназияла, Түбән Әүрез, Ҡыҙыл мәктәптәрендә – икешәр, Торонтайыш, Никифар мәктәптәрендә берәр уҡыусы.
Әле мәктәптәрҙә йомғаҡлау иншаһына (изложение) әҙерлек бара, ул Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү шарты булып тора һәм 4 декабрҙә үтәсәк. 1 февралгә тиклем мәктәпте тамамлаусылар ниндәй фәндәрҙе һайлауын билдәләргә тейеш. Ғинуарҙа рус теле һәм математика буйынса күнекмә имтихандар башлана, был процедура БДИ-ға яҡынлаштырылған һәм кеҫә телефоны бәйләнешен тотҡарлау системаһы, металл эҙләгестәр ҡулланып үткәрелә. Һайлап алынған барлыҡ фәндәр буйынса ла һынау имтихандары уҙасаҡ. Мәктәптәр традиция буйынса “Ата-әсәләр менән БДИ тапшырыуҙың берҙәм көнө” һәм “Еңеүгә 100 балл” акцияларына ҡушыла.
БДИ тапшырыу, элеккесә, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында үтәсәк. Ул видеокүҙәтеү камералары, стационар һәм күсмә металл эҙләгестәр, элемтә сигналын тотҡарлау ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Солтанғолов форумға йомғаҡ яһап, имтихандарға әҙерлек осоронда ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм мәктәп тамамлаусыларҙың тығыҙ хеҙмәттәшлеге юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеге бирәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.