Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Октябрь 2019, 16:11

Географияны беләһеңме?

Әлшәйҙәр бишенсе тапҡыр “Географик диктант-2019” халыҡ-ара белем биреү акцияһына ҡушылды.

Был акция тәүге тапҡыр 2015 йылда Владимир Путиндың башланғысы менән, ул Рус география йәмғиәтенең попечителдәр советына етәкселек итә, халыҡ араһында Рәсәй географияһы менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында үткәрелде.

Беҙҙең районда диктант яҙыу өсөн майҙансыҡтар бөтә белем биреү учреждениеларында ойошторолдо. Рус география йәмғиәтенең Әлшәй районы буйынса урындағы бүлексәһе рәйесе, башҡорт лицейының география уҡытыусыһы Т. Ғ. Вәлиуллин әйтеүенсә, быйыл күләмле акцияла 760-тан ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән.

- Шуныһы ҡыуаныслы, ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Бирелгән заданиелар артыҡ ҡатмарлы түгел, һәр кем килеп белемен тикшерә ала. Беренсе өлөш - база кимәле, ул ун һорауҙан тора – географиянан дөйөм билдәле факттарға нигеҙләнеп төҙөлгән, икенсе өлөш 30 һорауҙы үҙ эсенә ала, бында инде образлы фекерләү, логика һәм эрудиция кәрәк буласаҡ, - тип билдәләне Тәлғәт Ғәли улы.

Диктант яҙыуға 45 минут ваҡыт бирелә. Был көндө парта артына мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар, студенттар ултырҙы, шулай уҡ хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре лә акцияла әүҙем ҡатнашты.

Диктант аноним рәүештә үтте: һәр ҡатнашыусыға махсус номер бирелде, уның буйынса dictant.rgo.ru cайтында үҙ һөҙөмтәгеҙҙе белә алаһығыҙ.

Читайте нас: