Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Октябрь 2019, 16:47

Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары

Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларының республика конкурсында 50 еңеүсене бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата бүләктәрен тапшырыу өсөн иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларының республика конкурсында 50 еңеүсене бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Еңеүселәр араһында Әлшәй уҡытыусылары - М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Хәлил ҡыҙы Муллағәлина һәм Раевка 4-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Шамил ҡыҙы Шевяхова ла бар.

Читайте нас: