Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Октябрь 2019, 12:35

Тигеҙ сафтарҙа – буласаҡ һалдаттар

Район мәктәптәренең 10-11-се синыфтарынан 124 егет Раевка ауылы стадионына йыйылды. Бында Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уҙҙы

Уларға ярыштарҙың алты төрөндә: сафҡа теҙелеп йырлап үтеү, 60 һәм 1000 метрға йүгереү, автоматты һүтеп-йыйыу, турникта күтәрелеү, алыҫлыҡҡа граната ырғытыуҙа көс һынашырға кәрәк ине.

Сара башланыр алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов, Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссариаты вәкиле Н. А. Воронов, Рәсәй ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Ш. С. Йосопов ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. Шамил Сабит улы шулай уҡ көҙөн РФ Ҡораллы көстәре сафына саҡырыласаҡ курсант егеттәргә бүләктәр һәм грамоталар тапшырҙы.

Артабан буласаҡ һалдаттар ярыштарҙа ҡатнашты, уның йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Шәхси беренселектә 60 метрға йүгереүҙә башҡорт лицейынан Илнур Шафиҡов иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Торонтайыш ауылынан Рөстәм Хөссәмов - 1000 метрға йүгереүҙә, граната ырғытыуҙа - лицейҙан Нияз Йәнгиров ал бирмәне. Торонтайыштан Азамат Шәйәхмәтов автоматты һүтеп-йыйыуҙа беренсе булды. Лицейҙан Дмитрий Нечепуренко һәм гимназиянан Шамил Ханнанов, барыһын да уҙҙырып, 23 тапҡыр турникта күтәрелде.

Сафҡа теҙелеп йырлауҙа Раевка 4-се мәктәбе һәм Шафран мәктәбенең берләшкән взводы беренсе урын яуланы. Команда беренселегендә Ыҫлаҡ, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, Шафран мәктәбе призер булып, беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алды.

Читайте нас: