Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Август 2019, 12:45

Сифатлы белем – лайыҡлы киләсәк

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан уҡытыусылар конференцияһы уҙҙы

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белем биреү сифатын баһалау системаһын үҫтереү, һөнәри йүнәлеш биреү, мәктәптә туҡланыу, биш көнлөк уҡыу режимына күсеү, һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға сифатлы белем алыу һәм социаль яраҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырыу кеүек мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бүлде. Уҡытыусыларҙың район конференцияһы эшендә лә ошо мөһим бурыстар ҡаралды.

Сараның пленар өлөшөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов асты. Артабан район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин уҡытыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

Төп доклад менән мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Вәлиәхмәтов сығыш яһаны. Ул районда мәктәпкәсә белем биреүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп үтте. Өс йәштән ете йәшкәсә сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыуға сират юҡ. Мәктәпкәсә белем биреү балалар баҡсаларында, шулай уҡ белем биреүҙең вариатив формаларын үҫтереү иҫәбенә лә ғәмәлгә ашырыла.

Сифатлы заманса белем биреү өсөн мәктәптәр интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Дөйөм белем биреү системаһына яңы мәғлүмәт технологияларын индереү уҡытыусыға һөнәри эшмәкәрлеген яңыса алып барырға - электрон дәреслектәр, виртуаль лабораториялар ҡулланыу, электрон продукттар ярҙамында контроль эштәр үткәреүгә булышлыҡ итә.

Раевка 2-се һәм 4-се мәктәптәрендә “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” фәндәре буйынса “Үҫеш нөктәләре” һанлы һәм гуманитар профилле үҙәктәр булдырыу буйынса эш алып барыла. 2024 йылға тиклем проектта 11 мәғариф ойошмаһы ҡатнашасаҡ.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре белем биреү сифатының төп күрһәткестәренең береһе булып тора. Былтырғы уҡыу йылында Берҙәм дәүләт имтихандарын 213 ун беренсе синыф уҡыусыһы тапшырҙы, уларҙың 86-һы юғары балл алды (80-дән алып 98-гә тиклем). Рус һәм инглиз телдәре, химия, биология, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса һөҙөмтәләр республика күрһәткестәренән юғары. Раевка 4-се мәктәбе уҡыусыһы Алина Насретдинова химия буйынса 100 балл йыйған. 24 сығарылыш синыф уҡыусыһы “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” махсус өлгөләге аттестаттар алды. Төп дөйөм белем тураһында документтар 440 туғыҙынсы синыф уҡыусыһына тапшырылды, шуның 38-е – “отличие” билдәһе менән. 162 уҡыусы унынсы синыфтарҙа уҡыуын дауам итәсәк.

Йыл һайын йомғаҡлау аттестацияһында Раевка 4-се мәктәбе, башҡорт лицейы, гимназия, Шафран һәм Торонтайыш мәктәптәре уҡыусылары төплө белем күрһәтә.

Кәңәшмәлә шулай уҡ республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары А. В. Лихачев, Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Ж. В. Минекәева, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы физика-математика фәндәре докторы, профессор Н. Н. Биҡҡолова ҡатнашты.

Август кәңәшмәһендә райондың иң яҡшы мәғариф учреждениелары билдәләп үтелде. Яңы уҡыу йылына әҙерлектә Раевка 2-се һәм Ниғмәтулла дөйөм белем биреү мәктәптәре, 6-сы балалар баҡсаһы беренсе урындарҙы алды.

Район мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалған иң яҡшы уҡытыусылар бүләкләнде. Был көндө мәғариф ветерандарына сағыу сәскә гөлләмәләре тапшырылды, изге теләктәр яңғыраны, залда ултырыусылар уларҙы көслө алҡыштар менән ҡаршыланы.

Концерт программаһы ла ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле булды. Уҡытыусыларҙы билдәле яҡташтарыбыҙ: композитор, баянсы Альфред Яҡшымбәтов, популяр эстрада йырсылары Гүзәл Уразова һәм Илдар Хәкимов ҡотланы. Район мәҙәниәт һарайы артистары сығышы ла барыһының да күңеленә хуш килде. Балалар баҡсалары һәм мәктәп уҡыусыларының концерт номерҙарын да тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Читайте нас: