Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Май 2019, 17:15

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша...

Илебеҙҙә йөҙҙәрсә мең сығарылыш синыф уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы.

Алҡыштар, изге теләк һүҙҙәре, күңелдәрҙе елкендергән матур йырҙар, ап-аҡ алъяпҡыстар кейгән, аҡ таҫмалар таҡҡан һылыу ҡыҙҙар, зауыҡлы костюмдарҙа етди егеттәр, барыбыҙға ла яҡшы таныш мәктәп вальсы. Һәм, әлбиттә, иң тулҡынландырғыс мәл – һуңғы ҡыңғырауҙың моңло сыңы. Ошо тантанала кисәге шаян малайҙар һәм ҡыҙҙар, тиҙҙән инде оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ егеттәр һәм ҡыҙҙар бала саҡтары менән хушлаша.

Быйыл район мәктәптәрендә туғыҙынсы синыфты – 443 һәм ун беренсе синыфты 214 уҡыусы тамамланы. Улар өсөн дәрестәр бөтһә лә, алда бик яуаплы һәм мөһим осор – дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы көтә. Туғыҙынсылар инглиз теленән имтихан тапшырырға өлгөрҙө лә инде. Ә ун беренселәр өсөн тәүге берҙәм дәүләт имтиханы кисә, 27 майҙа үтте. Бер айҙан иһә, сығарылыш синыфы уҡыусылары туған мәктәптәре менән хушлашасаҡ.

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 44 ун беренсе синыф уҡыусыһы, 107 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы өсөн дә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Мәктәп тамамлаусыларҙы был тулҡынландырғыс ваҡиға менән тәбрикләргә район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов та килгәйне.

...Ҡыуаныслы, бер аҙ һағышлы ла һуңғы ҡыңғырау тантанаһы. Ул ғүмеребеҙҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - баласаҡ, мәктәп менән хушлашыу һәм оло тормошҡа аяҡ баҫыу тураһында хәбәр итә.

Читайте нас: