Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2019, 13:35

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡортса яҙам”

Шундай девиз аҫтында үткән халыҡ-ара диктантта әлшәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты.

Сара быйыл бишенсе тапҡыр уҙҙы һәм халыҡ-ара статусы алды. Был юлы диктантты Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә яҙҙылар. Акцияға АҠШ, Канада, Төркиә, Германия, Бөйөк Британия, Швейцария, Ҡытай һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берҙәмлеге илдәрендә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа ҡушылды. Бөтәһе 845 майҙансыҡ эшләне, шуның 25-е - Рәсәй төбәктәрендә, 18-е – сит илдә.

Районыбыҙҙа М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында, Ташлы, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Никифар, Сурай, Ҡармыш һәм Красный Клин мәктәптәрендә майҙансыҡтар ойошторолдо.

Үҙҙәрен йәнә уҡыусылар итеп тойған йөҙҙән ашыу кешене лицейҙа ла йылы ҡаршыланылар. Мәктәп алдында уҡытыусы Зөфәр Гәрәев етәкселегендәге йәш музыкантар башҡарыуында ҡурай моңо яңғыраны, мәктәп директоры Римма Дәүләткирәеваның, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирҙәре һәм уҡытыусыларҙың ихлас теләктәре күңелгә дәрт өҫтәне.

Башҡорт теле буйынса белемдәрен тикшерергә туған теленә, тарихҡа һәм мәҙәниәткә битараф булмаған милләттәштәребеҙ килде. Текстарҙы, ә улар ҡатмарлығы буйынса ике төркөмгә - телде яңы өйрәнә башлаусыларға һәм иркен һөйләшкәндәргә тәғәйенләнгәйне, башҡорт теле уҡытыусылары уҡыны. Гәзиттән, телевидениенан коллегаларыбыҙ менән беҙ ҙә парта артына ултырҙыҡ.

Башта бер аҙ тулҡынланһаҡ та, һуңынан тынысландыҡ, сөнки уҡытыусы Рузилә Ҡотлогилдина тексты шундай матур итеп, әҫәрләнеп, дөрөҫ интонация менән уҡыны. Юҡ, ярҙам итеүҙәр булманы. Бары тик иғтибар менән тыңларға ғына кәрәк ине.

Читайте нас: